Каролина әрмән аш-һыуҙарын әҙерләргә белә. Мәҫәлән, хоровац — коньякта йәки шарапта маринадланған иттең ҙур киҫәктәренән эшләнгән билдәле шешлек. Толма — йөҙөм япраҡтарына төрөлгән йомшаҡ ит фаршы. Гата — татлы эслек менән ҡатлы бәлеш, унһыҙ бер генә ҙур табын да үтмәй.
Әрмән байрамдары ла бик сағыу. Вардавар – Пасханан һуң 14 көн үткәс билдәләнгән байрам, был көндө кешеләр һыуҙың шифалы көсөнә ышанып, бер-береһенә һыу һибә. Терендез (13 февраль) — усаҡ аша һикереүҙәр менән иҫке халыҡ байрамдарын хәтерләткән йәш парлашыусылар байрамы. Изге Саркис көнө — Изге Валентин көнөнөң әрмән аналогы, үҙенсәлекле йолаһы менән ҡыҙыҡ. Ҡыҙҙар тоҙло печенье бешерә һәм йоҡлар алдынан уны буласаҡ кейәүҙәрен күрер өсөн ашай.
Каролина бейергә, гитарала һәм фортепианола уйнарға ярата, матур әйберҙәр яһай. Студенттар араһында ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Киләсәккә аныҡ ҡына планы юҡ әлегә.
Ләйсән Ибраһимова.
Бөрө ҡалаһы.