Марат Сәғдиев шәхси эшҡыуар булараҡ, районда ла төрлө шахмат турнирҙарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Был, әлбиттә, шахмат спортын үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Үҙе лә — төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулаған оҫта шахматсы. Шуға ла ата-әсәләр балаларын шахмат уйыны серҙәренә өйрәтеүен һорап уның янына алып килә. Бындай үтенестәрҙе кире ҡаҡмай ул. Шахматҡа һөйөүен, уйындың асылын башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләп, башта ул үҙ өйөндә балаларҙы йыйып, уларҙы мөғжизәле донъяға алып инә. Һәм тиҙҙән уның тәрбиәләнеүселәре республика, хатта төбәк-ара турнирҙарҙа еңеүҙәргә ирешә башлай. Был Марат Мәсләүи улының остазлыҡ һәләтен дә күрһәтә. Ул балаларға шахмат серҙәрен асыусы ғына түгел, ә йәш быуында фекерләүҙе үҫтереүсе, сабырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләүсе педагог та.
Фекер...
Марат Сәғҙиев, өҫтәмә белем биреү педагогы:
— Районда шахмат менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп. Бигерәк тә балаларҙың йылдан-йыл был уйын менән нығыраҡ мауығыуы ҡыуаныслы. Был интеллектуаль спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Миңә балалар менән эшләү бик оҡшай. Шахмат уйнау баланың интеллектуаль һәләттәрен үҫтерә, уларҙы уйларға, сағыштырырға, дөйөмләштерергә һәм үҙ ғәмәлдәренең һөҙөмтәләрен алдан күрергә өйрәтә. Бынан тыш, шахмат ныҡышмалылыҡ, иғтибарлылыҡ, үҙаллылыҡ, сабырлыҡ һәм уйлап табыусанлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә, шуға күрә шахматҡа өйрәтеүҙе мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәк.
Үҫеп килгән быуын араһында шахматты популярлаштырыу – республика педагогтары һәм властары уртаҡлашҡан бурыс. Төбәк башлығы Радий Хәбиров был спорт төрөн үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, уның балаларҙың интеллектуаль үҫеше өсөн ҙур файҙаһын билдәләй.
— Республикала мөмкин тиклем күберәк балаларҙың шахмат уйнарға өйрәнеүе минең хыялым. Был бик юғары интеллектуаль уйын, ул фекерләүҙе яҡшы үҫтерә, мәсьәләләрҙе хәл итеүгә стандарт булмаған ижади ҡарашҡа өйрәтә. Бөгөн йондоҙҙар күберәк ҡабынып киткән һайын, был спорт төрөнә балалар яғынан иғтибар арта. Ә беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров, төбәк Башлығы.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.