Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Октябрь , 16:05

"Бүләккә "Урал батыр" китабын һайланым!"

Райондашыбыҙ Лариса Фәрид ҡыҙы "Китап" нәшриәте магазинына барып, бүләген алды.

"Бүләккә "Урал батыр" китабын һайланым!"
"Бүләккә "Урал батыр" китабын һайланым!"
Белеүегеҙсә, 27 сентябрь - Тәрбиәселәр көнө уңайынан "Башҡортостан" гәзите "Бәйләнештә"ге төркөмөндә "Күңелемдә - ҡояш" тигән конкурс үткәргәйне. Унда Асҡын районы үҙәгенең 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса МӨХӘМӘТШИНА өсөнсө урынды яулап, Башҡортостан "КИТАП" нәшриәте магазинының 1000 һумлыҡ сертификатына лайыҡ булғайны.
 
Лариса Фәрид ҡыҙы"Китап" нәшриәтенең магазинына барып, бүләген алды.
 
- "Урал батыр" китабын һайланым. Уны алырға күптән теләй инем. Конкурс минең өсөн күңел байрамы булды. Уны ойошторған, матур итеп үткәргән "Башҡортостан" гәзитенә, сертификат бүләк иткән Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә артабан да уңыштар, ошолай халыҡ менән бергә булыуығыҙҙы теләйем, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Лариса Фәрид ҡыҙы Мөхәмәтшина.
 
 Бик ҙур, ҡәҙерле бүләккә эйә булыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ, Лариса Фәрид ҡыҙы! Эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уңыштар теләйбеҙ! Алда яңы еңеүҙәр һәм уңыштар көтөп торһон!

 

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: