Республиканың төрлө милләт вәкилдәре юғары белем алыу маҡсатында Бөрө ҡалаһында бергә тупланып, татыу һәм дуҫ йәшәй. Шул уҡ ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенттары һанын төплө белем алырға килгән сит ил вәкилдәре тулыландыра. Көндөҙгө бүлектә Тажикстандан һәм Төркмәнстандан килгән 150 студент уҡый, ә ситтән тороп уҡыу бүлегендә Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркиә студенттары бар. Уларға йәшәү һәм уҡыу өсөн барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырыла, ятаҡтан урын бирелә. Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары ла иҫәпкә алына бында. Шуға күрә махсус саралар үткәрелә, төрлө милли байрамдар ойошторола. Һүҙебеҙ бөгөнгө студенттар тураһында булыр.
Галина Закирйәнова — мари ҡыҙы. Ул Балтас районы Мишкә ауылынан.
Тырыш ҡыҙ филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының иң ҡатмарлы һаналған “Инглиз теле” йүнәлешендә 2-се курста белем ала. Уның фекеренсә, сит телдәрҙе белергә һәм тәрән өйрәнергә кәрәк.
Студент тормошо Галинаға бик оҡшай. Уҡыу ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба. Волейбол һәм бейеү менән мауыға. Шулай уҡ университеттың төрлө сараларында, «Студент яҙы» кеүек фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша, ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Былар барыһы ла уға яңы дуҫтар табырға, бай тәьҫораттар алырға ярҙам итә.
Галина мари мәҙәниәте менән дә төплө ҡыҙыҡһына. Милли байрамдарын һәм ризыҡтарын хөрмәт итә. Мәҫәлән, «Семык» мари традицион байрамы, йәй башланыуын билдәләй. «Шорыкйол» – ул ғаилә, хужалыҡ именлеген, киләсәктә уңыш, йорт хайуандары һанын арттырыуға йүнәлтелгән байрам. Өҫтәүенә, Галина мари аш-һыуының үҙенсәлектәре менән дә уртаҡлашты. «Конга Мелна» («Коман Мелна») – ул мейестә бешерелгән ҡалын ҡоймаҡтар, ә «Полдранвуч Шур» – балтырған ашы.
Галина – һәр яҡлап өлгөр, әүҙем һәм талантлы ҡыҙ. Киләсәккә килгәндә, диплом алғас, инглиз теле уҡытыусыһы йәки тәржемәсе булып эшләргә, мөмкинлек булһа, икенсе юғары белем алырға ла теләге барлығын әйтте. Ә беҙ уға артабан да яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар яуларға уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Гөлдәр Шиһапова.
Бөрө ҡалаһы.