Яңы Ҡара, Иҫке Ҡаҙансы, Урманкүл, Ҡубияҙ ауылдары ағинәйҙәрен берләштергән күңелле һәм фәһемле сараны ауыл мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә Фәтихова менән урындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Закира Ғилметдинова ойоштороп үткәрҙе.
Балан байрамына “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалетдинованың һәм Ҡубияҙ ауыл биләмәһенең эштәр менән идарасыһы Рузилә Мәрүән ҡыҙы Ахунова килеп, ағинәйҙәрҙе дәртләндереп сығыш яһауы, сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
Сара Ҡубияҙ ағинәйҙәре әҙерләгән күңелле лә, фәһемле лә тамашанан башланды. Улар балан йыйыу, уны бүкәнләү, һаҡлау серҙәре менән бүлеште. Балан тураһында йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләне. Риүәйәттәрҙе лә иҫкә төшөрҙөләр.
Халҡым тип йән атҡан рухлы ағинәйҙәрҙең баландың дауаһы тураһындағы сығышы – һәммәһе лә кәрәкле, һәммәһе лә үҙ урынында булды! Афариндар!
Мәмдүнә Зарипова етәкселегендә Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре лә буш ҡул менән килмәгәйне байрамға. Талантлы, дәртле, дарманлы ағинәйҙәр береһенән-береһе сағыуыраҡ музыкаль күстәнәстәре — моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, гармун һәм ҡумыҙ моңдары менән күңелдәрҙе елкендереп, фәһемле осрашыуға тағы ла йәм өҫтәне һәм йән өрҙө.
Ағинәйҙәр һәр ҡайһыһы үҙ рецебы буйынса баландан шифалы ҡайнатмалар, төрлө ризыҡтар әҙерләп, күргәҙмә ойошторғайны. Унда ниҙәр генә юҡ: төрлөсә әҙерләнгән балан ҡатығы ла, телеңде йоторлоҡ балан ҡағы ла, ҡайнатмаһы ла, ә бәлештәрҙе һанап та бөтөрлөк түгел!
Ҡубияҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына ла баландан төрлө ҡайнатмалар яһып, банкаларға тултырып әҙерләп ҡуйған. Сираттағы гуманитар ярҙам менән улар шифалы күстәнәстәрен биреп ебәрәсәк.
“Айыҡ ауыл-2025” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Яңы Ҡара ауылы ағинәйҙәре лә бик бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Унда тыуған еребеҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙән сәйҙәр, төрлө ҡайнатмалар, тоҙланмалар һәм мең сиргә дауа бал да бар. Афарин, ағинәйҙәр!
Балан байрамы бына ошо тәмлекәстәр менән сәй эсеү менән тамамланды. Ҡаҙансы һәм Ҡубияҙ ағинәйҙәрен бергә туплаған был сара күңелдәрҙә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырҙы.
Ҡубияҙ ауыл Советының эштәр менән идарасыһы Рүзилә Ахунова ошо байрамды әҙерләп үткәреүҙә ҙур өлөш индергән ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт белдереп, уларҙың етәкселәренә ауыл Советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ағинәйҙәр ҙә бер-береһенә иҫтәлеккә бүләктәр биреште.
Бер осрашыу — үҙе бер ғүмер тип, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып, бай тәьҫораттар алып таралышты байрамға йыйылыусылар.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.