Республикала «Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә территорияларҙы төҙөкләндереү, унда ял итеү зоналары, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү, биналарҙың, тротуарҙарҙың, аллеяларҙың архитектур яҡтылығын булдырыу һәм башҡалар ҡаралған.
Ошо көндәрҙә әлеге программа ярҙамында Ҡоҙаш ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы асылды. Уның исеме лә матур һайланған – «Хыял». Ысынлап та, исеменә есеме тура килә уның, кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырған урын булған ул. Уйын майҙансығы барлыҡ заман талаптарына тура килтереп эшләнгән: бәүелсәк, карусель һәм өс йәштән 12 йәшкә тиклем балалар өсөн дүрт уйын комплексы, бәләкәс малайҙар һәм ҡыҙҙар йығылып ауыртынмаһындар өсөн резина өҫлөк.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Марат Ахунов, Ҡушманаҡ ауыл биләмәһе башлығы Елена Әхмәтғәлиева, Ҡоҙаш урта мәктәбе директоры Миләүшә Мәүлиева, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм тәрбиәселәр, ауыл халҡы ҡатнашты. Ҡоҙаш ауылы клубы үҙешсәндәре Карлсон менән Мәсекәй әбей костюмында ҡунаҡҡа килеп, күстәнәстәр өләште.
Ҡыҙыл таҫманы ла кескәйҙәр үҙҙәре кисте. Майҙансыҡ эсе балалар менән тулды. Бәләкәстәрҙең шатланышып уйнауын ата-әсә, өләсәй-олатайҙар, ғөмүмән, байрамға килгән һәр кем рәхәтләнеп күҙәтте.
Балалар өсөн был майҙансыҡ ҙур бүләк булды. Хәҙер малайҙар һәм ҡыҙҙар буш ваҡыттарын саф һауала йышыраҡ үткәрәсәк, төрлө уйындар аша физик күнекмәләрен нығытасаҡ, бер-береһе менән күңелле, файҙалы итеп аралашасаҡ. Бәлки ауыл халҡы өсөн дә бергәләшеп йыйылыр урынға әйләнер «Хыял». Иң мөһиме, майҙансыҡта балалар тауышы яңғырап торһон.“Беҙ Өфө ҡалаһын үҫтереүгә ҙур сығымдар бүләбеҙ, әммә туранан-тура ауылдарҙа ла социаль инфраструктураны үҫтереү бик мөһим. Шул иҫәптән, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар һалырға, уйын-спорт майҙансыҡтары булдырырға, баш ҡаланың үҙәктән алыҫ төбәктәрен үҫтереү программаһын айырым контролгә алырға кәрәк”.
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров.
Белешмә
2024 йылда республикала 123 йәмәғәт киңлеген тәртипкә килтерҙеләр, шуларҙың 71-е — ҡалаларҙа һәм 52-һе — ауылдарҙа.
2025 йылдан йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү «Йәшәү өсөн инфраструктура» яңы милли проекты сиктәрендә дауам итә. Башҡортостанда быйыл бөтәһе 100 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелә.
Фекер:
Марат Ахунов, район хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары:
— «Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында Борай районында һуңғы йылдарҙа бер нисә ауылда балалар өсөн уйын майҙансыҡтары булдырылды, Борайҙың йөҙөк ҡашы булған «Аҡҡош күле» әкиәтте хәтерләтеп төҙөкләндерелде, яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡа бик күп объекттар төҙөлдө. Шуларҙың береһе – Ҡоҙаш ауылында яңы балалар майҙансығын астыҡ. Был ауылда балалар баҡсаһы һәм мәктәп бар. Тимәк, әлеге майҙансыҡ буш тормаясаҡ. Йәйгелеккә өләсәй-олатайҙарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәр ҙә уларға ла ҡушыласаҡ.
Лира Юрасова фотоһы.
Венера Арысланова.
Борай районы.