Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Октябрь , 11:55

Илебеҙ һаҡсыларына ышаныслы транспорт

Ҡариҙел районында йәшәүсе Михаил Герауф МХО-ла ҡатнашыусыларға үҙенең машинаһын  тапшырҙы.

Илебеҙ һаҡсыларына ышаныслы транспорт
Илебеҙ һаҡсыларына ышаныслы транспорт

Уның гражданлыҡ яуаплылығы һәм иленә ҡарата илһөйәрлеге ябай кешеләрҙең дөйөм , алғы һыҙыҡта тороусыларға ярҙам итеүенә һәм ауыр ваҡытта теләктәшлек күрһәтеүенә сағыу миҫал.

Был автомобиль алғы һыҙыҡта булып сафтан сыға һәм кире районға ҡайта.  Ә уның хужаһы   ҡабаттан ремонтлай һәм ҡариҙел яугирҙарына файҙаланыуға киренән тапшырырға ҡарар итә.

— Был еңел машина мобиллекте тәьмин итәсәгенә, кәрәкле йөктәрҙе ташырға, бәлки, хатта кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға ла ярҙам итер, - ти машина хужаһы Михаил Герауф. - Көсөргәнешле шарттарҙа, һәр минут иҫәптә булғанда, ышаныслы транспорт сараһы булыу - баһалап бөткөһөҙ ярҙам, - ти ул.

Илһөйәрлек һәм социаль яуаплылыҡ ҡиммәттәрен уртаҡлашҡан һәр кем изге эшкә  үҙ өлөшөн индерә ала. Берҙәмлектә —  беҙҙең көс! Бергәләп кенә, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, көслө һәм сәскә атҡан ил төҙөй аласаҡбыҙ.

Марат Бүләков.

Фото район хакимиәте сайтынан алынды.

 

Илебеҙ һаҡсыларына ышаныслы транспорт
Илебеҙ һаҡсыларына ышаныслы транспорт
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: