Диктант яҙыу 1-8 ноябрҙә Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында һәм сит илдәрҙә үтәсәк. Быйыл ул РФ Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса үткәрелгән “Рәсәй һәм БДБ халыҡтары” халыҡ-ара фестивале саралары программаһына ингән.
Проект белемде тикшереү генә түгел, ә традицияларыбыҙҙың ни тиклем тәрән һәм төрлө булыуын аңларға ярҙам итә һәм мираҫты һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Унда йәшенә, белеменә, социаль ҡарашына, милләте, дине һәм гражданлығына ҡарамай, Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр халҡы ҡатнаша ала.
Диктант заданиелары тест рәүешендә эшләнгән. Тест 30 һорауҙан тора. Диктантты үтеү ваҡыты – 45 минут. Бөтә заданиеларҙы үтәгән өсөн 100 балл иҫәпләнә.
Акцияла ситтән тороп (онлайн форматта) ҡатнашыу өсөн национальнаяполитика.рф порталына инеү мотлаҡ.