Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Октябрь , 19:35

Шахматсылар ярышты

«Мельница» Балалар ижады үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының төньяҡ төбәге үҫмерҙәр командалары араһында шахмат турниры үтте.

Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты

 Ярыштар "Башҡортостан шахмат лигаһы-2025" сиктәрендә уҙғарылды. Унда 2008 йылғы һәм унан кесерәк шахматсылар осрашты.

Һайлап алыу этабында Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларынан, Борай һәм Малаяҙ ауылдарынан, шулай уҡ Асҡын, Тәтешле һәм Ҡариҙел райондарынан (ике команда) барлығы туғыҙ команда көс һынашты. Йәш шахматсылар оҫталыҡ ҡына түгел, ә “сәләмәт” ярышыу рухын да күрһәтте.

Ҡатнашыусыларҙы  район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева сәләмләп, спортсыларға уңыштар теләне.

Илнур Вәлиев, баш судья, БР Шахмат федерацияһы вәкиле:

— Көсөргәнешле партияларҙан һуң Нефтекама командаһы еңеүсе булды. Икенсе урынды Ағиҙел шахматсылары яуланы, ә өсөнсө урынды Ҡариҙел һәм Асҡын райондары командалары бүлеште.

Наилә Имаева.

Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Шахматсылар ярышты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: