Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Октябрь , 07:25

Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды

Борай районы  Салҡаҡ ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты һәм “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса төҙөлгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты.

Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды

Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов сарала  заман талаптарына тура килтереп төҙөлгән бина асыуға ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе.

Яңы асылған ФАП-та  район үҙәк дауаханаһынан килгән табибтар һәм  шәфҡәт туташы Гөлзилә Бадыҡова халыҡты ҡабул итәсәк.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эшләү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Бында фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, санузел, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-яраҡтарын һаҡлау урындары бар.

2030 йылға халыҡтың ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырыу — Республика Башлығы Радий Хәбировтың идара итеү командаһы алдына ҡуйған мөһим бурыстарының береһе. Был күрһәткескә өлгәшеү өсөн медицина ярҙамын сифатлы итеү мотлаҡ.

— 2025 йылға алты поликлиниканы (Благовещен, Учалы, Яңауыл, Асҡын, Баҡалы һәм Асҡарҙа) сафҡа индереү, туғыҙ медицина учреждениеһын капиталь ремонтлау, 121 заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм туғыҙ амбулатория төҙөү кеүек эштәрҙе планға алғанбыҙ, — тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы.

Фекер...

Гемир Нуртдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары:

"Яңы ФАП асыу – медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа мөһим этап. Заманса ҡорамалдар һәм уңайлы эш шарттары иҫкәртеү һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға, оҙайлы әүҙем тормошто тәьмин итеү өсөн халҡыбыҙҙың һаулығын нығытырға ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк. Был  бина оҙаҡ йылдар сафта булып, халыҡ бында сирләп түгел, ә сәләмәтлеген профилактикалау өсөн генә килһен”.

Венера Арысланова.

Гөлназ Хужина фотолары.

Борай районы.

 

Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Салҡаҡ ауылында яңы ФАП асылды
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас