Ул илебеҙҙең биш төбәгенән: Ҡырым, Краснодар, Саха (Яҡут) Республикаһы, Алтай, Башҡортостан вәкилдәрен берләштерҙе. Сараны мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәре Э. Әлимов, Ә. Сафина, А. Игнатьева, Т. Иванова, Н. Красных ойошторҙо һәм үткәрҙе.
Телекүперҙә ҡатнашыусылар үҙ халҡының мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән уртаҡлашты, үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙең милли ризыҡтары һәм ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Һәр кем үҙенең уникаль традицияларын тәҡдим итте. Йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар шул тиклем иҫтә ҡалырлыҡ рухлы булды, бер кем дә битараф ҡалманы.
Бындай хеҙмәттәшлек беҙҙең берҙәмлекте нығыта һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
Венера Арысланова.
Регина Юзлекаева фотолары.
Борай районы.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-186968535_7279