Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
28 Октябрь 2025, 17:55

Барыһы ла Еңеү өсөн

Нефтекама дәүләт филармонияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерты менән Балтас районының Тушҡыр ауылында концерт ҡуйҙы. 

Барыһы ла Еңеү өсөнБарыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн

Нефтекама дәүләт филармонияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерты менән Балтас районының Тушҡыр ауылында «Йөрәктә-Тыуған ил, йырҙа – мөхәббәт!» тип аталған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арнап матур сара үткәрҙе.

Сарала Балтас районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Хаматов, Тушҡыр ауылы хакимиәте башлығы Булат Әғләмов,  райондың мәҙәниәт йорто директоры Гөлфиә Шәйсламова һәм  башҡалар вәкилдәре ҡатнашты. Дамир Мәүлитхан улы дөйөм эшкә ҙур өлөш индергәндәре, хәрби бурыстарҙы үҙ өҫтөнә алған яҡташтарына һәм уларҙың ғаиләләренә матди һәм әхлаҡи ярҙам күрһәткәне өсөн район халҡына рәхмәт белдерҙе.

 Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары тамашасыларға онотолмаҫлыҡ концерт бүләк итте. Уларҙың сағыу ижади номерҙары залда үҙенсәлекле, хисле мөхит булдырҙы, тамашасыларҙа Еңеүгә ышаныс аттырҙы.

– Был концертты беҙ фронтта булған Рәсәй хәрбиҙәренә, туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға ярҙам итеү өсөн ҡуйырға булдыҡ. Теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыуҙа ҡатнаша ала. Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улына һәм был мөһим сараны әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан, дөйөм изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ярҙамығыҙ, изгелегегеҙ өсөн рәхмәт. Барыбыҙға ла һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!– тип  изге теләктәрен еткерҙе Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Илгиз Миңләхмәтов.

Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн
Автор:
Читайте нас