Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
26 Октябрь 2025, 06:15

Асҡын йондоҙсоҡтарын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

25 октябрҙә Өфөлә  "Тыуған яҡтың тылсымлы сәхнәһе" Бөтә Рәсәй ижад фестиваль-конкурсы үтте. Был мәртәбәле конкурста "Мельница" Балалар ижады үҙәгенең "Мин йырлайым" берекмәһе (етәксеһе Р.А. Шәрәфетдинова) йәш таланттары призлы урындар яуланы.  

Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Айгинә Ғәләүетдинова " Эстрада вокалы "номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат исемен яулай.

Әмирә Сәлимгәрәева менән Айгинә Ғәләүетдинованың дуэты ла бик сағыу һәм уңышлы була.  Уларҙың "Эх, Өфө ҡалаһы" йыры "Вокаль ансамбль" номинацияһында шулай уҡ 1-се дәрәжә лауреат исеменә эйә була.

Балаларының һәләтен бәләкәйҙән асып,  уларҙы һәр конкурста оҙата йөрөгән хәстәрлекле ата-әсәләр менән  "Мин йырлайым" берекмәһе етәксеһе Рушания Әүхәт ҡыҙы үҙҙәренең "йондоҙсоҡтарын"ғорурлыҡ менән күҙәтә. Уларҙың берлектәге хеҙмәте һәм хәстәрлеге һәр саҡ уңыш менән тамамлана. Улар бергәләп балаларҙың вокаль һәләттәрен үҫтереп кенә ҡалмай, уларҙа музыкаға, туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй. Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсында еңеү —   берҙәм тырышлыҡҡа лайыҡлы баһа була.

"Мельница" Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Айгинә Ғәләүетдинова менән Әмирә Сәлимгәрәеваның еңеүе — балаларҙың шәхси уңышы ғына түгел, ә талантлы педагог Рушания Шәрәфетдинованың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе һәм ата-әсәләрҙең ярҙамы сағылышы. Был еңеү артабанғы үҫеш һәм яңы ижади ҡаҙаныштар өсөн стимул булып тора.

Асҡын йондоҙсоҡтарҙын алда яңы офоҡтар, яңы конкурстар һәм, әлбиттә, яңы йырҙар ҡаршы алһын. Улар артабан да үҙ һәләттәре менән шатланыр, уңыштары менән Асҡыныбыҙҙы  данлап, тамашасы һөйөүен яулар, тип ышанабыҙ!

Наилә Имаева.

Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын  сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Асҡын йондоҙсоҡтарын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас