Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
22 Октябрь 2025, 14:05

Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһай

“Айыҡ ауыл -2025” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы махсус хәрби операциялағы  ир-егеттәргә көҙгө һалҡындарҙа йылыныр өсөн окоп шәмдәре яһай. #Айыҡауыл2025 #Трезвоесело2025 #АйыҡауылСолтанбәк #Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы #ТрезвоеселоСултанбеково2025#ПомощьСВО

Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһайСолтанбәктәр окоп шәмдәре яһай
Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһай

Махсус хәрби операция башланғандан  алып солтанбәктәр яугирҙраға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Улар маскировкалау селтәрҙәре лә үрә, окоп шәмдәре лә яһай, төрлө тәмлекәстәр ҙә бешерә, туҡмас та киҫә, йылы әйберҙәр ҙә әҙерләй. Ошо көндәрҙә ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, ирекмәндәр  окоп шәмдәре яһай.

“Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк,  — ти улар. — Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе йылытыу, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур. Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреп торабыҙ. Иң мөһиме, яугирҙарыбыҙ иҫән-имен Еңеү менән ҡайтһын!“

Афарин, солтанбәктәр! Һеҙ эшләгән окоп шәмдәре һалдаттарыбыҙҙы йылытып, көс  һәм ышаныс өҫтәһен!

Наилә Имаева.

 

Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһай
Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһай
Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһай
Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһай
Солтанбәктәр окоп шәмдәре яһай
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас