Баш ҡалабыҙҙың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерты уҙҙы. 2024 йылда тап республика Башлығының ҡарарҙары менән Ҡурайсылар ансамбле ойошторолғайны һәм 10 октябрҙе Башҡортостанда "Ҡурай көнө" тип иғлан ителгәйне, бөгөн был байрам тантанаһына Радий Хәбиров үҙе тамаш ҡылды.
Концерт программаһына билдәле халыҡ көйҙәре, төрлө жанрҙағы халыҡ йырҙары, башҡорт бейеүҙәре инде. Уларҙы 30-ҙан ашыу юғары белемле музыкант юғары белемле ҡурайсылар һәм музыканттар башҡарҙы. Коллективтың етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов. Ансамблдең сығышынан һуң республика Башлығы ҡурайсылар менән аралашты. Ҡурайсыларға сағыу сығыштары өсөн рәхмәт әйтте һәм ансамблдең артабанғы эшмәкәрлеге өсөн план әҙерләргә тәҡдим итте.
– Республика коллективҡа пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер. Традицион сәнғәтебеҙҙе үҫтереү бик мөһим. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн концерт программаһын киңәйтегеҙ. Ә беҙ коллективты иң яҡшы майҙансыҡтарҙа танытырға ярҙам итәсәкбеҙ һәм бөтә республика буйлап йөрөргә, халыҡты ансамблдең ижады менән таныштырырға кәрәк, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы. – Миңә бик оҡшаны. Бындай номерҙар республикабыҙҙың визит карточкаларының береһе була ала. Ҡурайсылар ансамблен ойоштороу ҡарары дөрөҫ булыуын күрәбеҙ.
Ҡурайсылар, үҙ сиратында, республика етәкселегенә коллективҡа һәм Башҡортостан халыҡтарының традицион сәнғәтенә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.