0 °С
Болотло

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 21 октябрҙә Милли бейеү көнөн байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был иһә төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Документҡа ярашлы, төбәк Хөкүмәтенә йыл һайын байрамды уҙғарыуға бәйле саралар планын әҙерләү мөһим. Ҡала һәм район хакимиәттәренә шулай уҡ милли бейеүҙәрҙе танытыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарыу тәҡдим ителә.
Фото: Валерий Шахов. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.