Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Октябрь , 19:30

Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн фәһемле осрашыу үтте

Ошо уңайҙан Асҡын 2-се балалар баҡсаһында  бик фәһемле һәм рухлы сара ойошторалар.

Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн  фәһемле осрашыу  үтте
Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн фәһемле осрашыу үтте

Бөгөн, 10 октябрҙә, Башҡортостан тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләй. Уны республика Башлығы былтыр октябрҙә иғлан иткәйне. "Ҡурай – музыка ҡоралы ғына түгел. Ул башҡорт халҡының символы, быуындарҙы берләштергән мөһим элемент, башҡорт халҡының рухы. Шуға 10 октябрҙе республикала Ҡурай көнө тип иғлан итергә ҡарар ҡабул иттек", – тигәйне Радий Хәбиров былтыр Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән Республика дәүләт ҡурайсылар ансамбле менән таныштырыу кисәһендә.

Быйыл Ҡурай көнө айҡанлы районыбыҙҙа ла төрлө саралар үтә.

Асҡын 2-се балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” уртансылар төркөмөндә шундай рухлы һәм йәнле сара үтә. Уны ижади ҡарашлы тәрбиәсе Ләйсән Ғәлимова ойоштороп үткәрә.

“Ҡурай —  халҡыбыҙҙың рухы, уның көйҙәре быуаттар буйына дауам иткән тарихты һәм традицияларҙы һаҡлай. Бөгөн беҙҙең төркөмдә оҫта ҡурайсы  Равиль  Сәлимгәрәев  ҡунаҡта булды. Ул  балалар өсөн ҡурайҙа матур көйҙәр башҡарыуҙан тәрбиәләй, илһөйәрлек хистәрен нығыта. Равиль  Марсель улына илһамлы, рухлы һәм фәһемле  осрашыу өсөн рәхмәт!” — тине Ләйсән Ғәлимова.

Ҡурай көнө ҡотло булһын! Ҡурайыбыҙ йәшәһен!

Наилә Имаева.

 

Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн  фәһемле осрашыу  үтте
Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн  фәһемле осрашыу  үтте
Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн  фәһемле осрашыу  үтте
Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн  фәһемле осрашыу  үтте
Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн  фәһемле осрашыу  үтте
Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн  фәһемле осрашыу  үтте
Ҡурай көнөндә кескәйҙәр өсөн фәһемле осрашыу үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: