Йәнтөйәк
+18 °С
Дождь
Антитеррор
Афарин!
7 Октября 2025, 02:35

Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ

Иҫке Мутабаш ауылында яңы модулле ФАП асылды! 

Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙМутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ

Иҫке Мутабаш ауылында асылған яңы ФАП-та иһә  287 кеше йәшәгән Иҫке һәм Яңы Мутабаш, Төпрәле һәм Яңауыл ауылдары халҡы беренсел медицина-санитар ярҙамы аласаҡ.

Ауыл халҡын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Мутабаш ауыл  биләмәһе  башлығы Ратмир Ғәлиәкбәров һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Шакиров килде.

- «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын тормошҡа ашырыу ауыл ерендә халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Динис Радис улы Һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға Иҫке уотабаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөүҙә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. —  Хәҙер халыҡтың сирҙәрҙе иҫкәртеү, дауалау һәм ашығыс ярҙам өсөн бөтә кәрәкле нәмәләре бар. ФАП диспансеризация, вакцинация һәм беренсел диагностика өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Ратмир Ғәлиәкбәров халыҡты  мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм уларға ныҡлы сәләмәтлек теләне.

Илдар Радик улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәренә тоғролоғо өсөн Иҫке Мутабаш ауылы пунктында эшләүсе фельдшер   Рәйсә Ғәлимшинаға һәм ошонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан  Зәнфирә  Лотфуллинаға  рәхмәт белдерҙе һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ике фельдшер ҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 35 йыл ғүмерен бағышлаған.

Иҫке Мутабаш ауылында йәшәүсе «Герой-Әсә» исеменә лайыҡ булған  80 йәшлек Илһөйәр Ғимаева йортонан алыҫ түгел урынлашҡан яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуына һөйөнөсөн белдерҙе. Уның улы бөгөн махсус хәрби операцияла илебеҙ именлеген яҡлай. Әлбиттә, әсә йөрәге борсола, ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән Илһөйәр Сафиулла ҡыҙының  сәләмәтлеге лә ҡаҡшаған. Шуға ла ул  ауыл халҡының һаулығы хаҡында хәстәрлек күргән квалификациялы фельдшер Рәйсә Ғәлимшинаға  рәхмәтен белдерҙе. Илсияр ағинәйҙең рәхмәттәренә Яңауыл ауылынан килгән 83 йәшлек Мәймүнә апай   Нәжмиева ла ҡушылды. Уның улы ла бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Батыр улдар тәрбиәләгән һәр әсә һымаҡ Мәймүнә ағинәйҙең дә теләге бер: иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын ғәзиздәре! 

Тантаналы өлөштән һуң ҡунаҡтар яңы ФАП-ты ҡарап, ундағы шарттар менән   менән таныша алды.


Баҙансатта һәм Иҫке Мутабашта асылған ФАП-тар  заман талаптарына һәм стандарттарына ярашлы төҙөлгән. Улар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, шулай уҡ персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау һөсөн махсус урын бар. Шулай уҡ пациенттар өсөн «Цифрлы ФАП» проекты буйынса хеҙмәттәр ҡаралған.

Заманса ҡорамалдар, уңайлы кабинеттар, иркен процедура кабинеты — бында барыһы ла пациенттар һәм персонал өсөн ваҡ-төйәккә тиклем уйланылған.

- Был беҙҙең ауыл өсөн мөһим ваҡиға. Хәҙер урындағы халыҡ вакцинация, диспансеризация үтә, шулай уҡ  заманса һәм уңайлы бинала  ашығыс ярҙам ала ала, — тип билдәләне Рәйсә Мәғрүф ҡыҙы Ғәлимшина. 

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылған көн ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде. Урындағы халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ, сөнки хәҙекр улар уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Был, һис шикһеҙ, халыҡтың һаулығына һәм именлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

врезка

Беҙ һеҙҙең өсөн ихлас шатланабыҙ һәм, әлбиттә, ауыл медицинаһы өсөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме — фельдшерҙарыбыҙға рәхмәт. Улар беҙҙең халыҡҡа ярҙамға беренсе булып килә. Республикала һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңырттыҡ. Иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына мейес менән йылытылған, бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары булмаған  ағас  биналар үткәндә ҡала. Уларҙы уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар алмаштыра. Бындай системалы эште дауам итәсәкбеҙ.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

ИОИ - 2019 йылдан 2024 йылға тиклем "Һаулыҡты һаҡлау" милли проекты буйынса 608 модуль конструкция урынлаштырҙыҡ. 2025 йылға пландарҙа, яңы "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә, - тағы ла 134, шуларҙың 120-нән ашыуы төҙөлгән. Иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына мейес менән йылытылған, элементар уңайлыҡтарһыҙ ағас биналар үткәндәрҙә ҡала. Уларға алмашҡа уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар килә, - тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең МАХ мессенджерында.

 

Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Мутабаш ауыл биләмәһе халҡының ҡыуанысы сикһеҙ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас