Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Октябрь , 12:35

МХО ҡаһарманы үҙен дәүләт хеҙмәтендә һынай

Урал Әхмәров – батырҙар нәҫеленән.     

МХО ҡаһарманы үҙен дәүләт хеҙмәтендә һынай
МХО ҡаһарманы үҙен дәүләт хеҙмәтендә һынай

МХО ҡаһарманы үҙен дәүләт хеҙмәтендә һынай

Урал Әхмәров – батырҙар нәҫеленән. 

“Геройҙар ваҡыты” дәүләт кадрҙар программаһында финалға сығыусылар араһында Урал Әхмәров исемле батыр егет тә бар. МХО ветеранының нәҫелендә яугирҙәр быға тиклем дә булған. Уның бабаһы Бөйөк Ватан һуғышында Белоруссия фронтында бәйләнеш взводы командиры булып хеҙмәт иткән, ә атаһы Афғанстанда батырҙарса һәләк булған.

Махсус хәрби операция башланғанда Урал “Вся Уфа” телеканалында эшләй. 2023 йылда ул М. Шайморатов исемендәге Башҡорт батальонының миномет батареяһында хеҙмәт итә башлай. Былтыр сентябрҙә яраланғас, хәрби хеҙмәтен тамамларға тура килә.

Артабан ул Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһына уҡырға инә. Үҙен дәүләт хеҙмәтендә һынап ҡарарға теләп, “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашырға ғариза яҙа. Һайлауҙы уңышлы үтеп, программаның финалына сығыусылар рәтенә баҫа.

МХО ветераны алған белемдәренең граждандар мәнфәғәтен яҡларға мөмкинлек биреренә тәрән ышана. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың хәрби тәжрибәһе дәүләт хеҙмәтендә лә ярҙам итер, тигән фекерҙә ветеран.

Мәғлүмәт: vk.com/geroi_bashkortostana, фото: видеонан скриншот.

Р. Ғатауллина.

Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-10-05/mho-a-armany-en-d-l-t-he-m-tend-ynay-4414852
Автор:
Читайте нас: