Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Октябрь , 16:35

Вилена Фәүзәт ҡыҙын дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Өфө ҡалаһының Колонналар залында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм бер төркөм педагогтарға дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Вилена Фәүзәт ҡыҙын дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!
Вилена Фәүзәт ҡыҙын дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Өфөлә Уҡытыусылар көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Белем биреү өлкәһе  хеҙмәткәрҙәре почетлы исем менән билдәләнде. 

Бүләкләнеүселәр араһында Асҡын 2-се урта мәктәбенең  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова ла бар.  Уҡыусыларға туған тел нескәлектәренә төшөндөрөүсе хөрмәтле уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Вилена Фәүзәт ҡыҙы  эшмәкәрлегенең төп маҡсаты —  уҡыусыларҙы туған тел серҙәренә төшөндөрөү, уларҙы әҙәби телдә матур итеп һөйләргә өйрәтеү, ижади һәләттәрен үҫтереү, телһөйәр, илһөйәр  шәхес итеп  тәрбиәләү. Уҡыусылары район һәм республика конкурстарында, олимпиадаларында ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшә.  Ижади эшләүсе уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте лә лайыҡлы баһалана. 2023 йылда  Вилена Фәүзәт ҡыҙы —  "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы", бөгөн “Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

 Вилена Фәүзәт ҡыҙын лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

 

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: