Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
29 Сентябрь 2025, 10:10

Рух көсө өҫтәгән осрашыу

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осраша.

Рух көсө өҫтәгән осрашыуРух көсө өҫтәгән осрашыу
Рух көсө өҫтәгән осрашыу

 

 “Улар иҫ киткес көслө кешеләр. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ һынауҙары бар. Кемдер яраланған, әммә һаман да ғәжәйеп оптимизм менән йәшәй. Уларға ысынлап та еңел түгел, әммә, был яугирҙарға ҡарап, уларҙың ниндәй  көслө рухлы икәнен аңлайһың.  Уларҙың күҙҙәре еңеүгә һәм яҡты киләсәккә ышаныс менән яна. Уларға ышанаһың, сөнки улар хәлде эстән күрә һәм бер ҡасан да шикләнмәй,—  тип  хис-тойғолары менән уртаҡлашып, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яҙып ҡуйған Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы  Айҙар Шәйҙуллин. —  Яугирҙар менән осрашыуҙа махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы етәксеһе Илвер Ғиндуллин   да булды. Беҙ бик күп һорауҙарҙы тикшерҙек, һәр үтенесте тыңланыҡ. Яугирҙар һөйләгән бөтә нәмәне беҙ контролгә алдыҡ.  Бер генә мөрәжәғәт тә юғалмаясаҡ, тип вәғәҙә итәм. Шулай уҡ беҙ яҡташтарыбыҙға үҙҙәре  һораған маскировка селтәрҙәрен тапшырҙыҡ. Бындай осрашыуҙар беҙҙең ярҙамдың яугирҙарға кәрәк булыуын тағы ла бер иҫкәртә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ,  батырҙарыбыҙ менән артабан да бергә булайыҡ, ярҙам итәйек!”

Наилә Имаева.

Рух көсө өҫтәгән осрашыу
Рух көсө өҫтәгән осрашыу
Рух көсө өҫтәгән осрашыу
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас