Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
28 Сентября 2025, 04:35

Конкурс еңеүселәре билдәле!

Улар, ысынлап та, күңелдәрендә ҡояш йөрөтөүен, ихласлығын күрһәтте. Байрамығыҙ менән, хөрмәтле тәрбиәселәр!

Конкурс еңеүселәре билдәле!Конкурс еңеүселәре билдәле!
Конкурс еңеүселәре билдәле!

Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө  уңайынан тәрбиәселәр араһында үткәрелгән “Күңелемдә – ҡояш” тигән конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды.

Һөҙөмтәлә еңеүселәребеҙ билдәле:

1-се урында – Бөрйән районының Яңы Усман ауылы тәрбиәсеһе Раушания Мәжитова,

2-се урында – Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наталия Сибатова,

3-сө урында – Асҡын районы үҙәгенең 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина.

Ихлас ҡотлайбыҙ! Алдан вәғәҙә ителгәнсә, 1-се урын өсөн – Бөрйән районы эшҡыуары Илдар Йәғәфәровтан өс литрлыҡ банкала бал; 2-се урынға – ҡул оҫталары Әлиә һәм Зәлиә Шамил ҡыҙҙарынан башҡа таға торған заманса милли биҙәүес (тика) һәм яулыҡ; 3-сө урын өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте магазинына 1000 һумлыҡ сертификат биреләсәк.

Шулай уҡ еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ, улар хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк.

Конкурс ифрат йәнле, ихлас барҙы. Ысынлап та, күңелдәрендә ҡояш йөрөтөүен, үҙ эшен, балаларҙы мөкиббән яратыуҙарын күрһәтте тәрбиәселәребеҙ. Һынауҙа ҡатнашҡан барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Бөгөнгө һөнәри байрамығыҙ ҡотло булһын, алда һәммәгеҙҙе лә яңы уңыштар, үрҙәр, еңеүҙәр көтһөн, тормошоғоҙ тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Байрам менән!

Конкурс һөҙөмтәһе менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll68c43cf71a83b3650b4f2d2d

Фотолар конкурсанттарҙың шәхси архивынан алынды.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2025-09-27/konkurs-e-e-sel-re-bild-le-4404970

Конкурс еңеүселәре билдәле!
Конкурс еңеүселәре билдәле!
Конкурс еңеүселәре билдәле!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас