Йәнтөйәк
+15 °С
Ясно
Антитеррор
Афарин!
27 Сентября 2025, 08:50

Асҡындар “Йәшел Башҡортостан”акцияһына ҡушылды

Бөгөн  Асҡын ауылында,  «Пристань» кафеһы янында,  «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһында ҡатнашыусылар  райондың 95 йыллығына арнап, ағастар ултыртты. Ултыртҡан ағастарыбыҙ шаулап үҫһен һәм Асҡыныбыҙ тағы ла матурланһын, үҫһен, балҡыһын!

Асҡындар “Йәшел Башҡортостан”акцияһына  ҡушылдыАсҡындар “Йәшел Башҡортостан”акцияһына  ҡушылды
Асҡындар “Йәшел Башҡортостан”акцияһына ҡушылды

Асҡын районының 95 йыллыҡ юбилейына арналған сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илшат Сәйетов, шулай уҡ район учреждениелары һәм предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.

Бында  барлығы 250 ағас ултыртылды: 130 шыршы һәм 120 ҡайын.

Өмә һуңында барлыҡ ҡатнашыусылар итле ҡарабойҙай бутҡаһы  ашап, ҡайнар сәй эсеп, яҡшы кәйеф һәм башҡарылған эштән ҡәнәғәтлек алып таралышты.

Ултыртҡан ағастарыбыҙ шаулап үҫһен һәм Асҡыныбыҙ тағы ла матурланһын, үҫһен, балҡыһын!

Наилә Имаева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас