Лиана Илшат ҡыҙы Асҡын ауылында тыуып-үҫә. Асҡын 2-се урта мәктәбендә туғыҙ класс белем алғандан һуң, Благовещенск педагогия колледжына уҡырға керә, бында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Мәктәпкәсә белемдең заманса педагогикаһы” программаһы буйынса әҙерлек үтә.
Лиана Сабирйәнова хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында башлай. 2012 йылда ғаиләһе менән тыуған районына ҡайта. Лиана Илшат ҡыҙы тәүҙә “Күк сәскә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, артабан эшен яңы ғына асылған 2 -се балалар баҡсаһында дауам итә. 2019 йылда билингваль төркөм асыла, унда ул башҡорт телен уҡыта. Декрет ялынан һуң “Тамсыҡай” билингваль төркөмөндә тәрбиәсе һәм “Бал ҡорто” полилингваль төркөмөндә башҡорт телен уҡытыусы тәрбиәсе булып эшләй.
Бөгөн Лиана Сабирйәнова — юғары категориялы педагог. Ул заманса алымдар менән эш итә, балаларға туған телде өйрәтә, уларҙың һәләтен үҫтерә. “Һабантуй”, “Науруз” байрамдары, милли аштар көнө, халыҡ уйындары һәм йырҙары, рәсем, декоратив-ҡулланма дәрестәре аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм йолаларына йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлә.
— Лиана Илшат ҡыҙы 13 йыл эшләү дәүерендә үҙен инновацион алымдар ҡулланған инициативалы, ижади ҡарашлы педагог булараҡ тәҡдим итте. Ул кескәйҙәрҙе башҡорт йолалары менән таныштыра, туған телгә һөйөү тәрбиәләй, камиллашыуға, үҫешкә ҙур иғтибар бүлә. Хеҙмәттәштәренең, ата-әсәләрҙең, тәрбиәләнеүселәренең оло хөрмәтенә лайыҡ, — ти 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина.
Лиана Сабирйәнова педагогик оҫталыҡ конкурстарында актив ҡатнаша. Ул “Йыл тәрбиәсеһе” муниципаль конкурсында еңеүсе (2020), “Педагогик табыш” Бөтә Рәсәй фестивалендә II дәрәжә лауреат (2024) һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына (2025) эйә була.
Тәрбиәсе конкурс өсөн “Быуындар бәйләнеше” проектын тәҡдим итә. Уның маҡсаты — берҙәм ял саралары аша ғаилә һәм балалар баҡсаһының үҙ-ара бәйләнешен нығытыу. Проект нигеҙендә балаларға туған телде өйрәтеүҙә өлкәндәрҙе әүҙем йәлеп итеү тора: бергәләп йола байрамдары әҙерләп үткәреү, төрлө сараларҙа өлкәндәрҙең туған телдә сығыш яһауы күҙ уңында тотола.
Проект түңәрәк өҫтәл, акциялар һәм тематик проекттар төрөндә берҙәм байрамдарҙы, экскурсияларҙы үҙ эсенә ала.
— Балалар һәм өлкәндәр араһындағы тәжрибә уртаҡлашыу башҡорт телен һаҡлауға, рухи һәм мәҙәни йолаларҙы тергеҙеүгә һәм балаларҙа гражданлыҡ яуаплылығы, илһөйәрлек хисе формалаштырыуға ярҙам итә.
Лиана ғаиләһе менән дә бәхетле. Ул ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле әсә. Хәләле Шамил Камил улы менән өс ул үҫтерәләр: Артурға 13 йәш, Данилға — ете, Әмиргә — өс.
— Заман тәрбиәсеһе — эколог та, филолог та, математик та, фольклорсы ла, рәссам да, хореограф та ул. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки тәрбиәсе бар яҡтан да үҫешкән бала шәхесе тәрбиәләй, — ти Лиана Илшат ҡыҙы.
«Беҙ мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереүгә күп көс һалабыҙ. Һуңғы йылдарҙа 8 мең урынлыҡ 50 балалар баҡсаһы төҙөлдө. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса илдә балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһы башланды», – тине Радий Хәбиров.
Киләһе өс йылда 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ремонт эштәрен башҡарыу планлаштырыла. Уларҙың барыһы ла заманса ҡорамалдар, уйындар һәм уйынсыҡтар менән йыһазландырыла.
Радий Хәбиров Башҡортостанда дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә секторға әүҙем ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты тормошҡа ашырыла. 2025 йылда 1725 сертификат бирелгән. 2020 йылдан шәхси балалар баҡсаларында өс йәшкә тиклемге балалар өсөн 1500-ҙән ашыу өҫтәмә урын булдырылған.
Наилә Имаева.