Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
26 Сентября 2025, 07:55

Башҡортостанда табиптар өсөн яңы вакансиялар аталды

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында табиптар өсөн яңы вакансиялар баҫтырып сығарҙы. Министр вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуҡов вакантлы вазифалар исемлегенә үҙгәрештәр индергән бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда табиптар өсөн яңы вакансиялар аталдыБашҡортостанда табиптар өсөн яңы вакансиялар аталды
Башҡортостанда табиптар өсөн яңы вакансиялар аталды

Документта әйтелгәнсә, республика райондарының һәм ҡалаларының медицина учреждениеларында участка терапевтары һәм фельдшерҙары етмәй. Бынан тыш, дауаханаларҙа ультратауыш диагностикаһы табиптары, стоматологтар, балалар хирургтары, эпидемиологтар, наркологтар һәм акушерҙар талап ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл еренә эшкә ҡайтҡан табиптарға — 1-1,5 миллион һум, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарына 500-750 мең һум аҡса түләнә. Был түләүҙәр 10 йыл элек башланған «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларында ҡаралған. Әле 65 меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре түләүҙәрҙән файҙаланған да инде. Президент инициативаһы буйынса ике программа ла 2030 йылға тиклем оҙайтылды.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-09-23/v-bashkirii-nazvali-novye-vakansii-dlya-medikov-4399432

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас