Йәнтөйәк
+15 °С
Дождь
Антитеррор
Афарин!
26 Сентября 2025, 07:50

2026 йылда Рәсәйҙә байрам һәм ял көндәре билдәле булды

  Рәсәй хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин киләһе йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

2026 йылда Рәсәйҙә байрам һәм ял көндәре билдәле булды2026 йылда Рәсәйҙә байрам һәм ял көндәре билдәле булды
2026 йылда Рәсәйҙә байрам һәм ял көндәре билдәле булды

Документҡа ярашлы, ил халҡы 118 көн ял итәсәк. Шул уҡ ваҡытта 247 көн эш көнө тип иғлан ителгән.

2026 йылда түбәндәге дәүләт байрамдары һәм өҫтәмә ял көндәре ҡаралған:

Яңы йыл каникулдары (2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем): 12 көн.

Ватанды һаҡлаусылар көнө (21-23 февраль): 3 көн.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (7-9 март): 3 көн.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы (1-3 май): 3 көн.

Еңеү көнө (9-11 май): 3 көн.

Рәсәй көнө (12-14 июнь): 3 көн.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө (4 ноябрь): 1 көн.

Яңы йыл (31 декабрь): 1 көн.

Бынан алдараҡ Рәсәйҙең хеҙмәт министры 2026 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә вәғәҙә биргәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-24/stalo-izvestno-kak-rossiyane-budut-otdyhat-v-2026-godu-4400888

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас