Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
25 Сентября 2025, 04:35

Афарин, гөмбәләр!

Гөмбә ауылы халҡы зыяратты һәр саҡ тәртиптә тота.

Афарин, гөмбәләр!Афарин, гөмбәләр!
Афарин, гөмбәләр!

Зыяраттарҙы тәртиптә тотоу — һәр беребеҙҙең изге бурысы. 

“Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Гөмбә ауылы халҡы ла зыяратты тәртиптә тотоу буйынса өмәләр үткәреп тора. Сираттағы  өмәлә лә ауыл халҡы ихлас ҡатнаша: ҡороған үләнде сабып, йыйып, түгә. Һәр кем үҙе менән эш ҡоралы алып килә.

“Бында һәр кемдең вафат булған туғандары, яҡын кешеләре ерләнгән. Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең был донъялағы һуңғы урыны ул — зыярат.Таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән зыяратты күреү күңелдәргә яҡты нур өҫтәй”, — ти өмәлә ҡатнашыусылар.

Берҙәм тотонғас,  эш тә ырамлы бара, планлаштырылған эште  еренә еткереп эшләп тә ҡуялар.

Афарин, гөмбәләр!  Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтһын! Донъялар тыныс, имен булһын!

Наилә Имаева.

#ТрезвоселоГумбино2025


Афарин, гөмбәләр!
Афарин, гөмбәләр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас