

Зөһрә Илеш районы Йөннө ауылында Фәрәзинә һәм Наил Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә ике ағаһы ҡурсауында үҫә. Аталары яҡын-тирә райондарҙа танылған балта оҫтаһы була. Шуға күрә буш ваҡытында кешеләргә бура бурай, өй һала, ә әсәләре көн буйына Йәркәй ауылы ательеһында тегенсе булып эшләй. Ул да саҡ ҡына эштән арынһа, бигерәк тә ҡышҡы оҙон кистәрҙә, шәхси заказдар ҡабул итә. Кейемгә наҡыҫ заманда Өфөнән вазифалы ханымдар тун тектерергә тап уға килер була. Бындай саҡта балаларға ла эш етерлек. Төймәләр тегеү, элмәктәр эшләү бәләкәйҙән сепрәк ҡалдыҡтары менән уйнап үҫкән Зөһрәгә ышанып тапшырыла. Ҡалын әйберҙәргә энә ҡаҙау еңел генә булмай, әлбиттә. Ҡулдар сәнселеп, тишелеп бөтә. Шуға күрә бер ваҡытта ла тегенсе булмаҫҡа һүҙ биреп, 11-се класты тамамлаған ҡыҙ Бөрө дәүләт педагогия институтына художество-графика факультетының “Ғәмәли сәнғәт” йүнәлешенә уҡырға инә. Шулай ҙа диплом эшенең практик өлөшөндә махсус күлдәкте сәскәләр менән биҙәргә кәрәккәнлектән, ҡулына йәнә энә тоторға мәжбүр була.
Һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылған дипломлы белгес тәүҙә “Бирь” сауҙа үҙәгендә сувенирҙар магазины аса. Уларҙың өйгә ниндәй мөхит тыуҙырыуын өйрәнә, һәр береһенең тәғәйенләнешен иҫәпкә алып, һатып алыусыларға кәрәкле консультациялар бирә. Шул уҡ ваҡытта алҡа, балдаҡ, сәс ҡыҫтырғыс, муйынсаҡ кеүек төрлө биҙәүестәрҙе үҙе эшләй, балалары өсөн матур кейемдәр тегә.
Күңел ҡушыуы менәндер, бер ваҡытта ла тегенсе булмаҫҡа һүҙ биргән Зөһрә декрет ялынан һуң зауыҡлы кейемдәр дизайны менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Быға тиклем ваҡытлыса йәшәп торған бәләкәй өйҙәрендә үҙенең оҫтаханаһын булдыра. Күп тә үтмәй, бейеү коллективтарынан, вокал студияһында шөғөлләнеүселәрҙән, бәләкәй гимнасткаларҙан сәхнә өсөн заказдар яуа башлай.
Бәләкәйҙән тарихи фильмдар ҡарарға яратҡанғалырмы, үткән быуат кейемдәренә битараф түгел Зөһрә Наил ҡыҙы. Короновирус башланып, көн оҙоно өйҙә ултырғанда уйланырға ла ваҡыт күберәк була, күрәһең. Шулай итеп, бай сауҙагәр ҡатынының кейемен тегеп ҡарау идеяһы тыуа. Уйланған уй ғәмәлгә ашҡас, матур кейемде иҫтәлеккә ҡалдырыу ниәтендә, ҡышҡы сатлама һыуыҡҡа ҡарамай, ояла-ояла ғына үҙәк урамға фотосессияға юллана. Һәр үткән кешенең һоҡланыулы ҡарашы, ҡыйыуыраҡтарының хуплау һүҙҙәре модельерҙы дәртләндереп ебәрә.
Зөһрә Наил ҡыҙының “Өйәҙ романтикаһы” проекты тап ошо мәлдә тыуа ла инде. Хәҙер инде боронғолоҡ һыҙаттарын, архитектура ҡомартҡылары һаҡлаған ҡалала боронғо стилдә заманса кейемдәр тегеү маҡсаты менән яна башлай. Күп тә үтмәй уның алтын ҡулдары йәш ҡыҙҙарҙың, урта йәштәге ханымдарҙың образын тыуҙыра башлай, улар аша Бөрө ҡалаһының үткән быуат тормошон сағылдыра. Сағыу кейемдәр менән фото төшөргә теләүселәр ҙә арта. Ҡала һәм район мәнфәғәтен республика кимәлендә яҡлау, төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу Зөһрә Мөнированың бер төрлө тормошон тағы ла күркәмләндерә төшә. Һәр ерҙә уның ҡулдары менән тегелгән зауыҡлы кейемдәр иғтибар үҙәгендә була, шул уҡ ваҡытта тотош Бөрө ҡалаһына ҡыҙыҡһыныу белдерелә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән фестивалдән һуң бер тапҡыр ҙа Бөрөнө күрмәгән ҡатындың атаһының тыуған яғы менән яҡындан танышырға тип махсус “Бөрө ҡәлғәһе” фестиваленә килеүе күп нәмә тураһында һөйләй ҙә инде.
Ҡул оҫтаһының иң ҙур еңеүе, моғайын, 2024 йылда Мәскәү ҡалаһының Ҡыҙыл майҙанында “Театр фэшен” моделдәр конкурсында Гран-при яулауы булғандыр. Күренекле модельер Ирина Гончарованың инициативаһы менән ҙур конкурс үткәреләсәге тураһында иғлан күреп ҡалғас, унда ҡатнашып ҡарау теләге барлығын тормош иптәшенә әйтә. Һәр ваҡыт ҡатынының башланғысын хуплаған Илдар Илдиф улы был юлы ла ризалығын белдерә. Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотоу, шул уҡ ваҡытта балаларға баш ҡаланы күрһәтеп ҡайтыу ниәте менән шәхси машинала баш ҡалаға юллана ғаилә. Зауыҡ менән 10 төрлө вариантта тегелгән кейемдәргә тиҙ арала модельерҙар табыла. Зөһрәнең коллекцияһы, иң беренсе булып сығыш яһап, “Театр кейеме” номинацияһында Гран-при яулай. Жюриҙың: “Һеҙҙең эшегеҙгә тиңләшерлек башҡа эш булманы, һеҙҙең коллекция, бер һүҙһеҙ, иң-иң яҡшылар рәтендә”, – тип әйтеүе уны ҡанатландырып ебәрә.
Зөһрә Мөнирова мәрхәмәтлек акцияларында әүҙем ҡатнаша. МХО башланыу менән Интернет селтәрендә Регина Ризаеваның яугирҙарға ярҙам күрһәтергә саҡырған өндәмәһен күреп ҡала. Шунда уҡ “Мин тегә беләм. Булдыра алғанымса ярҙам итермен” тигән смс-хәбәр ебәрә. Бер йыл буйына таныш ҡыҙҙары менән ил һаҡсыларына махсус кейемдәр, йоҡлау өсөн ҡапсыҡтар тегә. Афған һуғышы ветерандар ойошмаһы әле лә заказдар биреп тора.
“Бөгөн минең тегенсе булып танылыуымда иремдең фамилияһы ла йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Уның олаталары ҡасандыр Илеш районынан Үзбәкстанға күскән. Ул бик оҫта тегенсе булған, ғүмер буйы костюмдар, күлдәктәр теккән, – ти Зөһрә Мөнирова ғорурлыҡ менән. – Шуға ла миндә әсәйемдән күскән һәм иремдең фамилияһынан үҙләштерелгән һәләттәр ҡушылған да ике яҡтың ғаилә ҡиммәттәре бер бөтөнгә тупланған”.
Былтыр ҡалала “Бөрө өйәҙе тимер юл станцияһы” арт-объекты барлыҡҡа килде. Унда эт ултырған этикетҡа “Дом моды Зухры Мунировой” тигән мәңгелек яҙыу уйылған. Быны, һис шикһеҙ, уның күҙ нуры түгелгән эшенә ата-бабаларының фатиха биреүе һәм ҡалала өйәҙ романтикаһын тыуҙырыуҙа күрһәткән өлөшө тейешле кимәлдә баһаланған, тип ҡабул итергә кәрәктер. Ә ҡыҙы Камиланың Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында “Дизайн” һөнәрен үҙләштереүе, улы Әмирҙең ҡул эшенә маһирлығы, төрлө таштарҙан матур-матур биҙәүестәр эшләүе ғаилә традицияһының киләһе быуында ла дауам ителәсәге тураһында һөйләй.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.