Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
24 Сентябрь 2025, 04:10

Яңы ял итеү урындары асыла

Балтас районы — республиканың иң уникаль төбәктәренең береһе. Уның туристик потенциалы йылдан-йыл үҫә, һөҙөмтәлә туристар һаны арта. Был район иҡтисадына, инфраструктураһына һәм урындағы халыҡтың тормош дәрәжәһенә туранан-тура йоғонто яһай.

Яңы ял итеү урындары асылаЯңы ял итеү урындары асыла
Яңы ял итеү урындары асыла


Ошо бер-ике йыл эсендә районда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә бер нисә яңы, заманса йүнәлешле ял итеү урыны асылды. “Түбәтәй”, “Ямурҙа ишек алды”, “Алтын башаҡ” глэмпингтарын хәҙер районыбыҙҙан ситтә лә беләләр. Улар үҙҙәренә генә хас булған уникаль йолалары, тәбиғәт ҡосағында урынлашыуҙары, сифатлы хеҙмәт күрһәтеүҙәре менән туристарҙы йәлеп итә.
Яңы Яҡшый ауылы янында барлыҡҡа килгән “Алтын башаҡ” ял итеү базаһы август аҙағында тантаналы асылды.
Элек “Алтын башаҡ” районыбыҙ балалары ял иткән, яңы дуҫтар тапҡан, күңелле миҙгелдәр кисергән һауыҡтырыу лагеры ине. Ваҡыт уҙҙы, лагерь эшмәкәрлеген туҡтатты. Яңы һулыш алған “Алтын башаҡ”, тулыһынса яңырып, хәҙерге заман ҡунаҡсыллыҡ талаптарына яуап биреүсе ғаилә ялы объектына әүерелде.
Әлеге уңышлы проект “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә дәүләт һәм “Агропрофи” йәмғиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.
Яңы объектты асыу тантанаһында район етәкселеге, урындағы халыҡ, туризм өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сығышында был яңы урындың район тормошонда, бигерәк тә ғаиләләрҙең ялын ойоштороуҙа һәм туризмды үҫтереү йүнәлешендә әһәмиәтен билдәләне.
— “Алтын башаҡ”тың бындай заманса һәм уңайлы форматта тергеҙелеүе — беҙҙең район өсөн ҙур мөмкинлек. Ул райондың туристик потенциалын күтәреүҙә, кешеләрҙе тәбиғәт ҡосағына йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнаясаҡ, — тине район хакимиәте башлығы. Илгиз Әхүәс улы был проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуында Илдар Әҡбәровтың тырышлығын һәм инициативаһын айырым билдәләне.
Хәҙерге “Алтын башаҡ”та 100 квадрат метрҙан артыҡ майҙанда заманса А-фрейм стилендә төҙөлгән өс заманса өй бер юлы 12 кешене ҡабул итә ала. Һәр бер өйҙә тулыһынса йыһазландырылған аш-һыу бүлмәһе, шулай уҡ ҡунаҡ, душ һәм йоҡо бүлмәләре бар. Бында ял итеүселәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған, шуға күрә ғаиләләр, дуҫ төркөмдәр бында рәхәтләнеп ял итә ала.
Ҡунаҡтарҙың ялын тулыландырыу өсөн төрлө мөмкинлектәр бар. Йылға буйында урынлашҡан мунса комплексы һәм чан — ауыл тормошона, тәбиғәт ҡосағында ял итеүгә хас булған иң яратҡан уңайлыҡтарҙың береһе. Һәр өй янында мангал зонаһы булыуы ла бик уңайлы. Шулай уҡ, ял итеүселәргә спорт мотоциклдарында йөрөү мөмкинлеге лә тәҡдим ителә, был ялдың әүҙемерәк яғын да аса. Тәбиғәттең матурлығын тойған, тыныслыҡҡа күмелгән ерҙә балыҡ тотоу — ул ысын ялдың айырылғыһыҙ өлөшө, әлбиттә.
Фекер...
Диана Әхтәмова, район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы-бизнес-шериф:
— Беҙҙең төп бурыс — Балтас районын ысын мәғәнәһендә туристар өсөн уңайлы, ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле урынға әйләндереү, ҡунаҡтарға уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙы милли йолаларыбыҙ, хозур тәбиғәтебеҙ менән таныштырыу. Яңы ғына асылған глэмпингтар был йүнәлештә ҙур аҙым булып тора. Районыбыҙҙа туризмды үҫтереү — ул бер нисә йүнәлештә алып барыла торған тығыҙ эш. Бында республика, район хакимиәттәренең, эшҡыуарҙарҙың, урындағы халыҡтың берҙәмлеге ҙур роль уйнай.

Фирғәт Нәбиуллин.

Ғәзим Талипов фотолары.

Балтас районы.

Яңы ял итеү урындары асыла
Яңы ял итеү урындары асыла
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас