Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
24 Сентябрь 2025, 09:40

Парлы ғүмер — яҙмыш бүләге

Ҡариҙел районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Тайҡаш ауылында хеҙмәт һөйөүсән, татыу, ныҡлы ғаиләләр ғүмер итә. Улар ата-бабалар традицияларын һаҡлап, тамырҙарына тоғро булып йәшәй. Бирелә халыҡ баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа хеҙмәт һалған, балаларын эшһөйәр, яуаплы итеп үҫтергән. Һүҙем — ауылдаштарына өлгө булған, татыу, тырыш, оло хөрмәткә лайыҡ Солтановтар ғаиләһе тураһында.

Парлы ғүмер  — яҙмыш бүләгеПарлы ғүмер  — яҙмыш бүләге
Парлы ғүмер — яҙмыш бүләге

Финат Ғәләүетдин улы 1950 йылда Тайҡаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғаиләһендә тыуған. Ул бала саҡтан хеҙмәт һәм илһөйәрлек ҡиммәттәрен күңеленә һеңдереп үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлағас, тракторсы-машинист һөнәренә уҡый, колхозда хеҙмәт юлын башлай. Ғүмеренең 40 йылын ул яратҡан һөнәренә бағышлап, механизатор һәм комбайнсы булып эшләй.
Заһидә Әғләм ҡыҙы ла ошо ауылдан, 1954 йылғы. 8-се класты тамамлағас, өс йыл колхозда һауынсы булып эшләй. Артабан Өфөлә моторҙар төҙөү заводына эшкә бара, крансы була. Һуңыраҡ 136-сы һөнәрселек лицейын тамамлап, 23 йыл урындағы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып хеҙмәт һала. Заһидә Әғләм ҡыҙы бешергән тәмле аштарҙы балалар ҙур теләк менән ашай.
Солтановтарҙың төп байлығы — өс балаһы. Оло улдары Альберт 11-се кластан һуң Бөрөлә колледж тамамлай, юрист-бухгалтер һөнәренә эйә була. Әлеге көндә ул ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй һәм эшләй, ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Ләйсән Өфө китапхана техникумын, Һамар гуманитар академияһын тамамлай. Ул алған һөнәре буйынса эшләй, Октябрьский ҡалаһында йәшәйҙәр, тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Солтановтарҙың кесе ҡыҙы Елена Бөрө фармацевтика колледжын тамамлап, Өфөлә эшләй, шулай уҡ ире менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Финат Ғәләүетдин улы һәм Заһидә Әғләм ҡыҙы балаларының уңыштарына һөйөнөп ғүмер итә.
Солтановтар эшләгән саҡтарында хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, социалистик ярыштар еңеүсеһе була, өйҙә ҙур хужалыҡ алып барырға ла өлгөрә. Өсәр һыйыр, быҙауҙар, һарыҡтар ҡараған саҡтары була.Әле оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, кәзәләр тоталар, тауыҡтар ҡарайҙар. Баҡсаларында гөрләп емеш-еләк үҫә, ихаталары гөл-сәскәнән балҡып ултыра.
Финат Ғәләүетдин улы һәм Заһидә Әғләм ҡыҙы иңде-иңгә терәп 45 йыл ғүмер һуҡмағынан атлай. Уларҙы ауылдаштары хеҙмәт һөйөүсән, татыу ғаилә булараҡ хөрмәт итә. “Балалар ҡайтыуы, бергәләп байрамдар, туған көндәр үткәреү ҙур ғаиләбеҙҙе тағы ла берләштерә”, — ти улар.
Солтановтар кеүек ғаиләләргә ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел. Улар бер-береһен хөрмәт итеп, аңлап йәшәп, үҙ тырышлыҡтары менән ныҡлы ғаилә ҡорған, лайыҡлы тәрбиә биреп, булдыҡлы балалар үҫтергән, хәҙер ейәндәрен һөйөп ҡыуана.
Нурия Ғарифуллина.
Тайҡаш ауылы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас