Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Сентябрь , 09:10

Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсе

Светлана Бәҙретдинова Борай ауылының 5-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уның ҡул аҫтында бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар тормошҡа тәүге аҙымдарын яһай, үҙҙәрен кешеләр араһында, коллективта тоторға өйрәнә.

Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсе
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсе


— Мәктәптә уҡыған сағымда беренсе уҡытыусым Әлфидә Рифҡәт ҡыҙы Тайыпованы бик ярата инем. Уның дәрестәре һаман күҙ алдымда, матур тауышы ҡолағымда. Ул һәр ваҡыт таҡтаға матур итеп яҙа ине, мин дә уҡытыусым кеүек тигеҙ итеп яҙа белһәм, тип хыялландым. Унан тасуири итеп беҙгә әкиәттәр, хикәйәләр уҡый ине. Шуға уҡытыусыма оҡшарға теләп, мин 9-сы класты тамамлағандан һуң, башланғыс кластар уҡытыусыһы булыу хыялы менән педагогия училищеһына юл тоттом, — тип бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты Светлана Фларит ҡыҙы.
Студент тормошо үҙ мәшәҡәттәре, күңелле ваҡиғалары менән үтеп китә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң Светлана Фларит ҡыҙы 10 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Һөнәрен бик яратып, күңел биреп башҡара.
Әммә тормош тигәнең беҙ уйлағанса ғына бармай. Йәшәү урынын алмаштырырға тура килә Бәҙретдиновтарға. Шунда ул 5-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша. Һәр эшен еренә еткереп башҡарырға күнеккән Светлана, бирегә килеү менән, юғары уҡыу йортона уҡырға инә, юғары белемле тәрбиәсе булып сыға.
— Балалар баҡсаһында эшләгән кешеләр минең кескәйҙәр янына барғас ниндәй хистәр кисергәнемде аңлар. Иртән үк төркөмгә килеп инеү менән улар йүгереп килеп ҡосаҡлай, һин уларға берәй һорау биреп өлгөргәнсе һинең хәлеңде һорашалар. Балалар әҙ генә кәйефең булмаһа ла һиҙә, — ти Светлана Фларит ҡыҙы.
Ошоларҙы әйткәндә тәрбиәсенең күҙҙәрендә айырыуса йылылыҡ, һүҙҙәрендә наҙ һиҙелә. Үҙ эшен яратҡан кешеләр генә һөнәрҙәре тураһында һөйләгәндә шулай янып китәлер."Беләһегеҙме, беҙҙең эштә иң ҡыуаныслыһы нимә? Ҡасандыр һиндә тәрбиәләнгән балаларҙың мәктәптә, унан һуң уҡыу йорттарында белем алған саҡтарындағы уңыштарын ишетеү. Ата-әсәләрен, йә үҙҙәрен урамда күргәс, туҡтап уңыштарын һөйләһәләр, һинән дә бәхетле кеше юҡ, сөнки шул уңыштарға нигеҙ балалар баҡсаһында һалына. Тимәк, эшең бушҡа китмәгән", — ти Светлана Фларит ҡыҙы.
Эйе, эшен ысынлап ярата ул. Студент саҡтан таныш булғанлыҡтан, осрашҡан саҡтарҙа: “Балалар ни хәлдә?” — тип һораһаң, ул үҙенең улы һәм ҡыҙы тураһында һорауымды аңлап та тормайынса, баҡсалағы төркөмөнә йөрөгән сабыйҙарҙың уңыштары хаҡында һөйләй башлай. Йә улар бергәләп бейеү өйрәнгән, йә кескәйҙәр менән китап яһап, шуның менән республика акцияһында ҡатнашып, Рәхмәт хаттарына эйә булған, йә төркөм бүлмәһенең тәҙрә төбөндә бәләкәй баҡса үҫтергәндәр, йә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә уңышлы сығыш яһағандар... Һанап китһәң, бихисап.
— Һөнәремде бик яратам, сөнки был бит эш түгел, балалар донъяһы, — ти ул.
Ниндәйерәге әле ул эштең! Бәләкәс балаларҙа үҫешкә, белем алыуға, йәшәүгә нигеҙ һала бит тәрбиәселәр. Нәҡ улар сабыйҙарыбыҙҙы хәреф танырға, һанарға, төрлө ҡул эштәренә, йырларға, бейергә һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтеп мәктәпкә оҙата. Күпме сабырлыҡ, белем кәрәк.
— Эшемдә мин төрлө алымдар, ысулдар ҡулланам. Методик әсбаптарҙы өйрәнәм, Интернет селтәренән эҙләнеп, кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы булған нәмәләрҙе ҡарайым, — ти Светлана Фларит ҡыҙы.
Ысынлап та, ул һәр ваҡыт үҙенең һөнәри оҫталығын камиллаштыра. 2023 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика бәйгеһендә ҡатнаша. Был конкурста ҡатнашыу өсөн күпме эҙләнеүҙәр, тырышлыҡ кәрәк.
Тәрбиәсе булараҡ, Светлана Фларит ҡыҙы йәш ярымлыҡ ҡына балаларҙы ҡабул итеп, мәктәпкә әҙерләп сығара. Һуңғы ике йылда ул алты-ете йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙар менән эшләй, уларҙы мәктәпкә әҙерләй. Бында инде уға тәрбиәсенән башҡа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләү тәжрибәһе лә ярҙам итә.
— Минең төркөмгә оҙаҡ йылдар элек Илгиз исемле малай йөрөнө. Бигерәк тиктормаҫ бала ине. Уға бөтә нәмә ҡыҙыҡ булды. Ул көн һайын рюкзак аҫып килә. Көн һайын тиерлек ниндәйҙер роль уйнай. Костюмдар ҙа кейә. Мәҫәлән, ул Ҡыш бабай, Яңы йыл осоронда ғына түгел, йыл әйләнәһенә. Ҡыш бабай булып “күстәнәстәр”, “бүләктәр” өләшә. Уға ла күңелле, беҙгә лә. Һәм беҙҙең Илгиз мәктәптә лә шулай булды, унан һуң уҡыған ерендә лә үҙен яраттылар. Бәләкәй сағында Ҡыш бабай ҡышын ғына килә тип, был уйынын туҡтатҡан булһам, бәлки үҙенә йомолоп та ҡалыр ине, — тип һөйләй Светлана. Ә бит, ысынлап та, шулай. Бына ҡайҙа ул үҙ эшен белеп, аңлап эшләү.
Светлана Бәҙретдинова ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош иптәше Илшат Рәзит улы менән ҡыҙҙары Илнара һәм улдары Альмирҙы тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары икеһе лә Өфөлә: Илнара эшләй, Альмир уҡый. Улар ҙа әсәйҙәре кеүек ниндәй эшкә тотонһа, шуны еренә еткереп башҡара торғандарҙан. Илшат Рәзит улы ла Светлананың ныҡлы терәге, һәр саҡ ярҙамға килә, аңлай торған тормош юлдашы. Ғаилә ялдарҙы, байрамдарҙы бергә үткәрергә ярата.
Балалар баҡсаһында хеҙмәт һалған кеше ҡул эшенә лә оҫта була. Мәҡәләм геройы ла сигеүгә маһир. Уның ошо һөнәрен белеп, бер йылды хатта Башҡортостан дәүләт телевидениеһынан килеп, сюжет төшөрөп киткәйнеләр. Ҡағыҙҙан, туҡыманан, пластилиндан яһауҙарын әйтеп тораһы ла түгел. Быларға өҫтәп ул гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә ярата.
Ошо мәҡәләне яҙыр алдынан күрешергә барғанда ла Светлана Фларит ҡыҙы балалар менән баҡса ишек алдында ине. Көҙгө тәбиғәтте күҙәтергә сыҡҡандар. Балалар тәрбиәсене уратып алған да, яратҡан апайҙарының һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай. Әйе, эшенән бәхетле Светлана Бәҙретдинова. Быны уның янындағы шат йөҙлө сабыйҙар иҫбатлай.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсе
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсе
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсе
Һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсе
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас