

26 йәшлек спортсы — еңел атлетика буйынса спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Баш ҡалала 11 йыл йәшәй. 8-се класты тамамлағандан һуң ул уҡыуын Мәскәүҙең 2-се олимпия резервы училищеһында дауам итә. Евгенийҙың бында уҡырға инеүенә Рәсәй беренселегендә 3-сө урын яулауы булыша. Быға бигерәк тә ата-әсәһе шатлана. Улдарының һәр ярышы улар өсөн тулҡынландырғыс була.
— Ғаиләм — минең терәгем һәм ярҙамсым. Мөмкинселек булған һайын атай-әсәйем янына, һеңелдәремде күрергә ҡайтырға тырышам, — ти Евгений.
Һуңғы ярыш ваҡытында Евгений өсөн ата-әсәһе генә түгел, уҡыусылары ла яратҡан тренерҙары өсөн көйә.
— Күптән түгел еңел атлетика буйынса тренерлыҡ эшен алып барам, “Threshold project” йүгереү клубын астым. Миңә һөнәри спортсылар ҙа, үҙ аллы йүгереүселәр ҙә мөрәжәғәт итә. Улар араһында йәштәр ҙә, 35-те уҙғандар, олораҡтар ҙа бар. Уларҙың уҡыу, эш, йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт табыуы һоҡландыра. Хәҙер марафондар популярлыҡ яулай. Бер нисә көн эсендә ҡатнашыуға заявка биргәндәр һаны тиҫтә меңгә етә. Кешеләр ғаиләләре менән килә, балалар ҙа ҡатнаша, — тип һөйләй спортсы.
Йәш тренер һүҙҙәренсә, спортсыны мөһим ярыштарға әҙерләү бер нисә этаптан тора. Төп ауырлыҡ база этабына төшә, унда организмды нығытыуға баҫым яһала. Ярыш миҙгелендәге уңыш ошонан тора. Йыл дауамында күнекмәләр үтеп, яҡшы әҙерлек кимәленә сығырға мөмкин.
Вәлитовтар ғаиләһендә спортҡа һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнгән. Евгенийҙың атаһы Станислав Шашиевич 45 йыл тренерлыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы булараҡ, ул Ҡарға ауылында балаларҙы физкультура дәресенән дә уҡыта.
— Улым саңғысы булды, район, республика ярыштарында ҡатнашты, юғары һөҙөмтәләргә иреште, — тип иҫкә ала Станислав Шашиевич. — 6-сы-7-се кластарҙа уҡығанда көнөнә 20-шәр километр үтә ине. Һуңынан ныҡлап йүгереү менән шөғөлләнә башланы. Саңғысылар матди-техник базаға бәйле. Даими инвентарҙы яңыртып торорға кәрәк, ә бының өсөн финанс ярҙам мөһим.
— Йүгереү — ул спорттың ғәҙел төрө, — тип һанай Евгений Станиславович. — Нисек йүгереп киләһең, һөҙөмтә лә шулай була. Тормоштағы кеүек, төрлө хәлдәр менән бәйле уңышлы һәм уңышһыҙ мәлдәр ҙә килеп сыға. Беҙгә училищела уҡығанда психология уҡытыусыһы әйткән кеүек, өс маҡсат була: иң яҡыны, уртаса һәм иң йырағы, ул һине алға этәрә лә. Бик яҡшы торошта булмаһаң да көс табып, үҙеңде ҡулға алырға кәрәк. Спортта ла һәр эштәге кеүек үҫешһеҙ булмай, рекордтар арта, ярышташтар камиллаша.
Тренер йүгереүҙән тыш футбол, ҙур теннис һәм тау туризмы менән шөғөлләнә.Тәбиғәт ҡосағына походҡа сығыу, ҡатмарлы урман маршруттарын үтеү спортсыға ҡала ығы-зығыһынан ял итергә, уйҙарҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итә.
Хәҙерге заман статистикаһы күрһәтеүенсә, яңы быуын балалары уларҙан алдан тыуғандарға ҡарағанда сибегерәк. Йәш ата-әсәләр был проблеманы аңлай һәм сабыйҙарының организмын нығытыу өсөн иртә йәштән үк төрлө секцияларға алып килә. Мәктәп шулай уҡ балаларҙы әүҙем спорт эшмәкәрлегенә йәлеп итә. Был йүнәлештә саралар ойоштороу мәктәп эсендә лә, район, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә лә бара. Ҡайһы балаларҙың призлы урындар алмаһа кәйефе төшә, ҡыҙыҡһыныуы юғала һәм спорт түңәрәктәренә бөтөнләй йөрөмәй башлай.
— Бындай мәлдәрҙә баланы критикаһыҙ, әрләмәй генә тынысландырырға кәрәк, — тип кәңәш бирә Евгений Станиславович. — Ата-әсәләр иң мөһиме 1-се урын түгел, ә баланың ваҡытты файҙалы үткәреүе икәнен аңларға тейеш. Йәш ваҡытта ныҡышмалылыҡ, маҡсатсанлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттарҙы, ихтыяр көсөн нығытыу өсөн ныҡлы нигеҙ һалырға кәрәк. Яҡындарҙан ярҙам һәм хәстәрлек талап ителә. Бала уҡыһын, тәжрибә туплаһын. Ваҡыт етер һәм бөтәһе лә яҡшы булыр.
Балаға физик культураның, иң тәүҙә, һаулыҡ өсөн кәрәклеген аңлатыу мөһим. Һуңыраҡ, үҫмер саҡта, әгәр ул, ысынлап та, һөнәри спорт менән шөғөлләнергә теләй икән, уның иғтибарын һөҙөмтә алыуға йүнәлтергә мөмкин. Уҡыу йылы башланыу менән баланы көн режимына өйрәтергә кәрәк: уҡыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә, өйгә эште эшләргә ваҡыт бүлергә, ата-әсәгә ярҙам һәм әлбиттә, ял. Тәртип тормошобоҙҙоң бөтә өлкәһендә лә ҙур роль уйнай.
Спорт мастеры тренерлыҡ эшмәкәрлеген артабан дауам итергә уйлай:
— Спорт карьераһын тамамларға уйламайым әле, үҙ рекордымды яҡшыртырға иҫәп, ә киләсәктә тулыһынса үҙемде тренерлыҡ эшенә бағышлармын. Был өлкә миңә бик оҡшай. Уҡыусыларымдың нисек үҫешкәнен, уңыштарға өлгәшкәнен күрәм. Минән кәңәш шул: физик культура, спорт менән шөғөлләнергә, үҙеңдең һәм балаларыңдың һаулығын нығытырға кәрәк.
Әйткәндәй...
Башҡортостан Республикаһында үткән йылда барлығы 800-ҙән ашыу рәсми ярыш үткәрелгән, шул иҫәптән: дүрт халыҡ-ара ярыш, 19 Рәсәй чемпионаты, 29 Рәсәй беренселеге, 66 Бөтә Рәсәй ярышы, 11 Иҙел буйы федераль округы чемпионаты һәм 700-ҙән ашыу төбәк кимәлендәге ярыштар.
Башҡортостан спортсылары Бөтә Рәсәй ярыштарында, чемпионаттарында, Рәсәй беренселектәрендә һәм кубоктарында, БДБ уйындарында һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. 2024 йылда 3135 төрлө дәрәжәләге миҙал яуланған. 1635 спортсыға “спорт мастерлығына кандидат” исеме бирелгән.
Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы.