

Ә Балтас халҡы ваҡыттың ҡәҙерен, эштең тәмен, тормоштоң йәмен яҡшы белә. Иртә таңдан киске эңергә тиклем ауыл мәшҡәттәренән бушамаған уңғандар берҙәмлектең мөһимлеген дә аңлай. Улар күмәкләшеп, уйын-көлкө аралаш барған ауыл хеҙмәтен һағынып иҫкә ала. Күмәкләшеп бесән сапҡан, картуф алған, сөгөлдөр утаған, көтөү көткән мәлдәр хеҙмәт кешеләренең күңелендә матур хәтирәләр булып уйылып ҡалған.
Балтас районынының Көнтүгеш ауылында йәшәгән Асия һәм Фидарит Мостафиндар тап матур йолаларҙы иҫкә төшөрөп, ауылдаштары менән үҙҙәре тәрбиәләп үҫтергән өйрәктәрҙе һуйып, йылғаға сайҡарға алып төштө. Ауылдаштары менән бергәләшеп эшләү, йыр-моң эсендә йөҙөү, рәхәтләнеп аралашыу һәр береһенең хәтерендә оҙаҡ йылдар буйы һаҡланасаҡ, күңелдәрен йылытасаҡ әле.