Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
23 Сентябрь 2025, 08:50

Тәбиғәт ҡосағында мәүлит әйтәләр

Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре  тәбиғәт ҡосағына сығып мәүлит уҡый, салауаттар һәм мөнәжәттәр  әйтә, донъя именлеге, илебеҙ тыныслығы, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуын теләп  доға ҡыла.  

Тәбиғәт ҡосағында мәүлит әйтәләрТәбиғәт ҡосағында мәүлит әйтәләр
Тәбиғәт ҡосағында мәүлит әйтәләр

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған айы — Мәүлит айы уҙып китте. Районыбыҙҙың һәр ауылында ошо уңайҙан фәһемле саралар ойошторолдо, мәүлит әйтелде.  Был айҙа ҡылған изге ғәмәлдәрҙең әжере мәртәбәлерәк,  ә байрам үткәргән һәр йортҡа,  һәр кешегә ҙур сауап була тип иҫәпләнә.

Һәр изге башланғыста беренселәрҙән булып йөрөгән Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре лә был изге айҙа  сауаплы ғәмәлдәр ҡыла, дини мәжлестәр ойоштора. Көндәрҙең аяҙ тороуынан файҙаланып, ағинәйҙәр ҡырға сығып мәүлит әйтә, вәғәз һөйләй, Ҡөрьән сүрәләрен уҡый. Һәм, әлбиттә, барыһы ла Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәргә  бағышланған салауаттар һәм мөнәжәттәр  әйтә.

Бергәләп донъя именлеге, ил-көн тыныслығы, яугирҙарҙың иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуын теләп  доғалар ҡылып, йөрәктәрен яҡтырта. Тыуған төйәгебеҙҙе Ҡөрьән сүрәләре менән нурландыра. Илебеҙҙе, телебеҙҙе, еребеҙҙе, милләтебеҙҙе ҡеүәтләндерә. Сара аҙағында  мул табын ҡороп, бергәләп  сәй эсәләр,  алдағы көндәргә пландар ҡоралар.

Оло йөрәкле, изге күңелле ағинәйҙәрҙең доғалары ҡабул булһын!  Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла файҙалы ғилем, хәйерле кәсептәр, бәхет-бәрәкәт, тәүфиҡ, иман байлығы насип итһен!

Наилә Имаева.

Тәбиғәт ҡосағында мәүлит әйтәләр
Тәбиғәт ҡосағында мәүлит әйтәләр
Тәбиғәт ҡосағында мәүлит әйтәләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас