

Яугирҙар әйтеүенсә, камуфляж төрөндәге маскировка селтәрҙәренә ихтыяж бик ҙур. Улар яугирҙарҙы, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы һәм башҡа мөһим объекттарҙы йәшереү өсөн киң ҡулланыла. Бындай әйбер тура мәғәнәлә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара ала. Шуның өсөн асҡындар маскировка селтәрҙәрен үреү менән әүҙем шөғөлләнә.
Ошо көндәрҙә Үҙәкләштерелгән бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан үзәккә килеп, маскировкалау селтәрҙәре үрҙе. Улар һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы.
— Беҙ маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнаша алыуыбыҙға бик шатбыҙ, сөнки махсус хәрби операция ерҙәрендә булған егеттәргә ярҙам итергә кәрәк. Илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ышаныслы тыл барлығын, уларҙы яратыуыбыҙҙы һәм еңеүгә ышаныуыбыҙҙы аңлауы мөһим. Был беҙҙең дөйөм эшкә ҙур өлөшөбөҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Үҙәкләштерелгән бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре.
Маскировка селтәрҙәре яугирҙарыбыҙҙы һаҡлаһын!
Наилә Имаева.