Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
23 Сентябрь 2025, 09:50

Өфөлә ҙур сара үткәрелә

Тиҙҙән Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты була. Республикала был спорт төрө нисек үҫешә? Ниңә Башҡортостандың баш ҡалаһы ҙур ярыштарҙы үткәреү урынына әүерелде? Ошо һәм башҡалар тураһында “Молодежная газета” баҫмаһына Башҡортостандың Бокс буйынса федерацияһының спорт үҫеше буйынса башҡарма директоры урынбаҫары, Н. Валуев исемендәге республика олимпия резервы спорт мәктәбе директоры урынбаҫары, Башҡортостандың Бокс федерацияһы президиумы ағзаһы Леонид КЛЕЦОВ һөйләне.

Өфөлә ҙур сара үткәреләӨфөлә ҙур сара үткәрелә
Өфөлә ҙур сара үткәрелә

 – Бөгөн Башҡортостанда бокс үҫеше өсөн барлыҡ мотлаҡ шарттар булдырыла. Республикала был спорт төрө – төп булғандарҙың береһе. Беҙҙең ир-егеттәр командаһы йыл һайын Волга буйы федераль округы чемпионатының команда иҫәбендә йыл һайын призлы урындарҙы яулай. 2023-2024 йылдарҙа республиканың Бокс федерацияһы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Бокс төп спорт төрҙәренең береһе булған 40 район һәм ҡалала һуңғы ике йылда федерацияның 20 филиалы асылды. Шуныһы үҙенсәлекле: муниципалитет башлыҡтары үҙ теләге менән филиал етәкселәре булып ҡуйыла. Был, һис шикһеҙ, киләсәктә бокс үҫешенә йоғонто яһай. Башҡортостан Хөкүмәте лә, Спорт министрлығы ла, үҙ аҡсаһын, көсөн индергән эшҡыуарҙар ҙа булышлыҡ итә. Дәүләт менән эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең дөйөм мәсьәләне хәл итеүе мөһим. Ә маҡсатыбыҙ бер – үҫеп килгән быуын вәкилдәрен Тыуған илебеҙҙең илһөйәре һәм һаҡсыһы итеп тәрбиәләү.

Был уңыштарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2030 йылға илдәге халыҡты 70 процентҡа йәлеп итеү менән бәйле. Һәм беҙ ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Тренерҙар спортсылар менән бергә барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, ярыштарға һәм дәрес-күнекмәләргә сығыу мөмкинлегенә эйә. Мәктәптәр, федерациялар етәкселеге, Спорт министрлығы, Хөкүмәт шарттар булдыра, ата-әсәләр ярҙам итә, меценаттар аҡса бүлә. Ошо берҙәм эш ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

 – Йыл һайын Өфө бокс буйынса донъя “йондоҙ”ҙары ҡатнашлығында ҙур ярыштар һәм “Чемпиондар төнө”н үткәреү урынына әүерелә. Уларҙың Башҡортостанға ниндәй әһәмиәте бар?

 – 2023 йылда боксерҙар йәмәғәтселеге республика Башлығы башланғысын хупланы һәм дөйөм йыйылышта берҙәм тауыш менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровты республиканың Бокс буйынса федерацияһы президенты итеп һайланы. Андрей Геннадьевич бай тәжрибәле етәксе булараҡ бокс үҫеше өсөн тотондо һәм һуңғы ике йылда Өфө, ысынлап та, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур ярыштарҙы үткәреү урынына әйләнде. Бындай чемпиондар үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итә, ярыштар барышында лидерҙар барлыҡҡа килә. Республикабыҙҙа улар – Артур Собханҡолов, Данис Ғабдрафиҡов, Азалия Әминева, Бекхан Исраилов һәм башҡалар. Күптәр өсөн лидерҙарыбыҙ миҫал булып тора, спорт эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәләре республика данын арттыра. Мәҫәлән, Башҡортостан тураһында тотош донъяла һөйләйҙәр, сөнки Артур Собханҡолов – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа һәм Азия чемпионы, IBA INTERCONTINENTAL һәм WBA OCEANIA билбауҙары хужаһы. Бынан тыш, Артур IBF рейтингының етенсе баҫҡысын биләй. Азалия Әминева – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа һәм донъя беренселектәре, БРИКС илдәренең халыҡ-ара спорт уйындары еңеүсеһе, Рәсәйҙең ике тапҡыр еңеүсеһе.

Бокс – спорттың иң йәнле төрҙәренең береһе. Ышаныс һәм ихтыяр көсө дөрөҫ тормош ҡиммәттәрен билдәләй. Беҙ тәрбиәләйбеҙ, командала булырға өйрәтәбеҙ һәм  шуға күрә спортсыларбыҙ иң яҡшыларына әүерелә.

 – Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатында ҡатнашыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

 – Тиҙҙән Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты башлана. Ҡайһы берәүҙәр, бокс имгәтә, йыш ҡына башҡа һуғыу һөҙөмтәһендә баш мейеһе йәрәхәтләнә, бокс – спорттың хәүефле төрө, тип уйлай. Был фекер дөрөҫ түгел! Ҡатын-ҡыҙҙар боксы – быға миҫал. Һеҙ быға Көрәш һарайына барып, илебеҙ төбәктәренең бокс мәктәбе вәкилдәрен күреп инана алаһығыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ сибәр, аҡыллы. Әле ҙур сараға әҙерлек эштәре бара. Спортсылар тренерҙары менән техник йәһәттән оҫталығын көйләй. Уларға һөҙөмтәле әҙерләнеүен, бокстың матурлығын күрһәтә алыуын теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ һәм башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ҡаршыларға вәғәҙә итәбеҙ.

Автор:
Читайте нас