Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
22 Сентябрь 2025, 11:20

Урал батырға һәйкәл ҡуйылды

Учалы ҡалаһында “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосының төп геройы хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды, тигән хәбәрҙе ишетеп, интернет селтәрендә таралған фотоларҙа дәү арыҫланға атланған бәһлеүәнде күргәс ниндәй уй килде? Мейене “Ниһайәт!” тигән шатлыҡ ауазы телеп үттеме, әллә “Ни өсөн арыҫлан?” тигән һорау тыуҙымы? Был бөтә һорауҙар менән һәйкәл авторы, скульптор, рәссам Фәнил Фәтҡулла улы МӨСЛИМОВТЫҢ үҙенә мөрәжәғәт иттек.    

Урал батырға һәйкәл ҡуйылдыУрал батырға һәйкәл ҡуйылды
Урал батырға һәйкәл ҡуйылды

Учалы ҡалаһында “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосының төп геройы хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды, тигән хәбәрҙе ишетеп, интернет селтәрендә таралған фотоларҙа дәү арыҫланға атланған бәһлеүәнде күргәс ниндәй уй килде? Мейене “Ниһайәт!” тигән шатлыҡ ауазы телеп үттеме, әллә “Ни өсөн арыҫлан?” тигән һорау тыуҙымы? Был бөтә һорауҙар менән һәйкәл авторы, скульптор, рәссам Фәнил Фәтҡулла улы МӨСЛИМОВТЫҢ үҙенә мөрәжәғәт иттек.

         – Биш йыл элек Учалы ҡалаһында Афған һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл ҡуйған саҡта журналистар һорауына яуап итеп: “Урал батырға һәйкәл ҡуйырға хыялланам”, – тип әйткәнһегеҙ. Хыялығыҙ тормошҡа ашҡас, үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ?

– Эш тамамланғас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ хасил була ул. Әммә әле бында эштәр тамамланмаған, төп конструкция урынлаштырылһа ла тышҡы йөҙөн матурлайһы, барельефтарҙы буяп ҡуяһы бар. Уларҙа Һомай, Урал батырҙың һәм Шүлгәндең улдары – Башҡортостандағы йылғаларға инеш биреүселәр Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш һәм Һаҡмар һынландырылған. Ошо эшкә тотоноп, осона сыға алыуыма бик шатмын. Был йәһәттән миңә ярҙам күрһәткән Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы Вадим Садиҡовҡа, Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновҡа, Гүзәл Лоҡмановаға һәм барлыҡ эшселәргә рәхмәтлемен.

– Урал батырҙы һынландырыу идеяһы нисек барлыҡҡа килде?

– Был ниәт бик күптән тыуҙы. Бынан бер ун йыл тирәһе элек Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов баш ҡалала ҙур ғына кәңәшмә йыйып, “Урал батыр” эпосы буйынса һәйкәл эшләргә, Өфөлә ҙур комплекс төҙөргә кәрәк, тигән фекер әйтелгәйне. Ул саҡта Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының етәксеһе булған Зилә Рәхмәтуллина ла ошо идея менән янып йөрөнө. Мин дә дәртләнеп эшкә тотондом, эпосты уҡып, материалдарҙы өйрәнеп, төрлө эскиздар яһаным. Ул саҡтағы проектым буйынса республиканың Хөкүмәт йорто эргәһендә бейек яр башынан Ағиҙел буйына тиклем бер ҙур комплекс эшләү ине, йылғанан Аҡбуҙатҡа эйәреп аттар сығып килә, өҫтә Урал батыр үҙе тора тип күҙ алдына килтергәйнем. Ни сәбәптәндер, был эш аҙаҡ онотолоп ҡалды, мин дә башҡа проекттарға тотоноп киттем. 2020 йылда Бөтә быуын яугирҙәре хәтеренә һәйкәл буйынса эштәр тамамланғандан һуң, киренән Урал батырға әйләнеп ҡайттым. Эскизым 24 сантиметр бейеклектә ине, бөтә үлсәмдәрен 20 тапҡырға ҙурайттым. Тәүҙә үҙемдең оҫтаханамда башланым, арыҫландың ярты яғын эшләгәс, ул түшәмгә тейеп, һыймай торғас, етәкселектән ҙурыраҡ бина һораным. Бейеклеге 4,8 метр тирәһе, оҙонлоғо 8 метрҙан ашыу булды. Әле һәйкәлдең нигеҙе 4 метр бейеклектә итеп ҡуйылды.

         – Урал батырҙың образын ни өсөн нәҡ арыҫланға бәйләүегеҙ менән күптәр ҡыҙыҡһына...

– Эйе, ҡайһы берҙәр “Башҡортостанда арыҫландар ҡайҙан булһын, “Урал батыр бит Аҡбуҙатҡа атланырға тейеш”, тигәнерәк фекерҙәрен дә еткерҙе. Хәтерегеҙҙәме икән, әлеге шул 10 йыл элек тирәһе Башҡортостандағы мәмерйәләрҙең береһендә (авт. – Мәләүез районы, Иманай мәмерйәһе, 2016 йылда) археологтар ҙур арыҫлан һөйәктәрен тапҡайны? Тимәк, борон шундай хайуандар ысынлап та йәшәгән һәм башҡорт халыҡ эпосында шул осорҙағы тәүтормош кешеләренең йәшәйеше сағылдырылған. Йәнбикә менән Йәнбирҙе уландарын арыҫланға ултыртып оло юлға сығарып ебәрә. Аҡбуҙат, ат менән төрлөсә эскиздар яһап, былай ҙа, тегеләй ҙә әйләндереп ҡарап, уйланып, эпосты әллә нисәмә ҡат уҡығандан һуң, батырҙың арыҫланға атланған һынын күҙ алдыма килтерҙем. Шул арыҫлан образы килгәс, бер нисә көн осоноп йөрөнөм әле, ҡыуанысымдан. Арыҫлан – сакраль хайуан. Кеше арыҫланды үҙ иркенә буйһондора алған, бында ҡаһарманлыҡ сағыла һәм эпостың боронғолоғон, башҡорт халҡы тарихының быуындар төпкөлөнә барып тоташыуын да күрһәтә, минеңсә. Ә инде Урал батырҙың бер ҡулында ҡылыс, сөнки уның бар ғүмере яуызлыҡҡа, дейеүҙәргә ҡаршы көрәш булған. Икенсе ҡулында – Йәншишмә һыуы, кешелеккә тәбиғәттең, Ер шарының мәңгелек булыуы шәхси мәнфәғәттән өҫтөнөрәк икәнен хәтерләтеп тора. Эпоста һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әкиәт тип кенә ҡабул итергә ярамай, был әллә нисә мең йылдар элек ысынлап та булған һәм телдән-телгә күсеп килгән ваҡиғаларҙы, халыҡ аҡылын сағылдырған әҫәр һәм унан алынған образдар ҙа йыйылма.

          – Учалыла ижад кешеләре өсөн шарттар бармы? Ҡаланың төрлө йәмәғәт урындары нисек биҙәлә?

         – Рәссамға шарттарға ҡарағанда теләк нығыраҡ кәрәк. Шарттар яҡшырған һайын ижад кәмей, ә былай килеп керәһең дә, барыһы ла үҙеңдеке, күренеп тора, тотаһың да эшләйһең. Әлбиттә, ваҡытында эшеңдең барыһы өсөн дә кәрәклеген тоя белгән фекерҙәштәр булыуы ла яҡшы. Мин оҙаҡ йылдар комбинат территорияһындағы рәссам-биҙәүселәр оҫтаханаһында эшләнем. Унда бик үк уңайлы шарттар булмаһа ла, ижадыма ҡамасау булманы. Ә инде ҡала территорияһын биҙәүгә килгәндә, төрлөсә булып китә. Мәҫәлән, Учалылағы Интернационалист яугирҙәр скверын алайыҡ. Уны яҡташ яугирҙәребеҙ иҫтәлеген һаҡлаған шундай матур бер урын итеп планлаштырғайны авторы Ришат Зәкиев, әммә һуңғы йылдарҙа төрлө үҙешмәкәр һәйкәлдәр ҡуйылып бөттө. Был һәйкәлдәр башҡа урында матурыраҡ һәм кәрәклерәк булыр ине, тигән фекерҙәмен. Әйтәйек, ҡалабыҙҙың Ленин урамында оҙон аллея бар. Бына Белорет ҡалаһында нәҡ шулай эшләнгән дә, һәр ғәскәр төрөнә арналған һәйкәл эргәһендә эскәмйә тора, хәрби хеҙмәт үткән ир-ат шунда туҡталып ултыра, ял итә, балалары менән барып ҡарай ала. Бындай күренештәр бер беҙҙә генә түгел, хатта Өфөлә лә бетон һындар ҡуйыуҙарына шаһит булынған бар. Ҡаланың йөҙөн матурайтыу йәһәтенән эшләйһе эштәр бар, тип әйтмәксемен.

          – Урал батырға һәйкәл ҡуйған скульпторҙың үҙе менән дә яҡынданыраҡ танышҡы килә. Тамырҙарығыҙ ҡайҙан?

         – Мин Учалы районы Ахун ауылында тыуып үҫкәнмен. Дүртенсе класта уҡығанымда рәсем уҡытыусыбыҙ бер нисә уҡыусының һүрәтен Өфөләге сәнғәт мәктәбенә ебәреп, минең эшемде оҡшатып, имтихандар тапшырып, интернатҡа уҡырға киттем. Уны тамамлағас, төрлө урындарҙа эшләнем, әммә бер ҡасан да ҡәләмде ташламаным. Хәҙерге көндә тормош иптәшем Зәлифә менән бергә улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙҙы күптән үҙаллы итеп, Дауыт һәм Ирназар исемле ике ейәнебеҙгә олатай-өләсәй булып, тырышып донъя көтәбеҙ.

– Был  әңгәмәне уҡыусыларға әйтергә теләгән фекерҙәрегеҙ ниндәй булыр?

– Халыҡҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Күңелгә күп кәрәкмәй, йылы һүҙ – үҙе бер шифа. Күтәрмәләп торғандары өсөн рәхмәт. Ҡалабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәй һәм бер уйлаһаң, кемеһелер Урал батыр менән ҡыҙыҡһынмауы ла ихтимал. Әммә ярҙам да иттеләр, йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәнеләр. Халҡыбыҙ шундай бөйөк эпосы булған халыҡ икәнен һәр ваҡыт хәтерендә тотһон, бының менән ғорурланһын һәм шундағы аҡылға ҡолаҡ һалып, ыу эсмәһен, матур тормош ҡороп, яҡшылыҡ яҡлы булып йәшәһен. Бигерәк тә йәштәр нығыраҡ ҡыҙыҡһынһын ине, юғиһә, араларында эпосты уҡымайынса дәғүә белдереүселәр ҙә юҡ түгел.

ШУЛАЙ ИТЕП...

Фәнил Фәтҡулла улы бик баҫалҡы, барлыҡ әйтергә теләгән һүҙҙәрен ижадында сағылдырырға ынтылған кеше булып сыҡты. Ә скульпторҙың халыҡҡа еткерәһе мәғәнәләре бик күп: әле ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Учалы районынан Украинаға мал ҡыуып алып барыусыларҙың образын мәңгелләштерергә хыяллана. Шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең хөрмәтенә лә районда һәйкәл булырға тейеш, ти. Ихтирамлы йәшкә еткән ижадсының ҡомары һүнмәһен, барлыҡ ниәттәре бойомға ашһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

Фотолар: Мәҡәлә геройының шәхси архивынан.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-09-22/ural-batyr-a-yk-l-uyyldy-4396800

 

Урал батырға һәйкәл ҡуйылды
Урал батырға һәйкәл ҡуйылды
Автор:
Читайте нас