

Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары бригадаһы составында дауалау-иҫкәртеү бүлеге мөдире Роза Аҙнағолова, табиптар Фәриҙә Аҡатова һәм Резеда Шәйбәкова 55 баланы ҡарап сығып, дауалай. Шулай уҡ Сураш һәм Табаҫҡытамаҡ ауылдарынан да балаларҙы алып киләләр.
Белгестәр уҡыусыларҙың тештәрен тикшереп, дауалап ҡына ҡалмай, һәр балаға ҡарата мөмкин тиклем күберәк иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеп, балаларға ауыҙ ҡыуышлығын тәрбиәләүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләй, уларҙы дөрөҫ гигиенаға өйрәтә.
«Сәләмәт йылмайыу» проектын тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө һәм иғтибары өсөн Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары бригадаһына Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева Һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Шакиров Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фекер...
Илдар Шакиров, Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
— Беҙ стоматологтар командаһына уларҙың профессионализмы һәм изгелеге өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ! Уларҙың ярҙамы менән балаларыбыҙ хәҙер тағы ла сағыуыраҡ һәм ышаныслыраҡ йылмая ала! Артабан да хеҙмәттәшлеккә ышанып ҡалабыҙ!
Теманы дауам итеп...
2020 йылда һатып алынған “Толпар” балалар күсмә стоматология комплексы ла йәш быуындың сәләмәтлеге һағында эшләй. Биш йыл эсендә Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары ошо “Толпар” менән тотош республиканы урап сыҡҡан, балалар социаль учреждениеларында булған, төпкөл төбәктәргә барып еткән. 13 меңләп баланың тешен дауалағандар, шул иҫәптән – 3 меңләп МХО-ла ҡатнашыусылар балаларын һәм үҙенсәлекле балаларҙы.
Башҡортостан стоматологтары Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына ла юлланған, унда 1,8 мең баланы ҡабул иткән.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләгәйне. “Балаларҙың йылмайыуы – иң мөһиме. Был йылмайыуҙар сәләмәт булһа, икеләтә яҡшы. Беҙ, өлкәндәр, Башҡортостанда нәҡ шулай булһын тип тырышабыҙ”, – тигән Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Наилә Имаева.