

* 200 мл ҡайнар һыуға 10 г ваҡланған ат каштанының киптерелгән сәскәһен һалып, ҡапҡасы ябылған һауытта талғын утта 6 сәғәт быҡтырырға. Әҙер булғас, бер көн эсендә шуны ҙәләп эсеп бөтөргә. Дауаланыу курсы – 15 – 20 көн.
* 220 мл ҡайнар һыуға ике ҡалаҡ ҡандала үләнен (донник) һалып, талғын утта 10 минут тоторға һәм һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр 50 мл эсергә.
* 400 мл ҡайнар һыуға бер балғалаҡ тал ҡайырыһы онтағын һалып, 20 минут талғын утта бешерергә. Һуңынан 4 – 5 сәғәткә ҡапҡасы ябылған һауытта ҡалдырырға. Көнөнә өс тапҡыр 180 мл эсергә.
Шулай уҡ ябай ғына бер кәңәш – көн һайын иртән ауыҙға 10 – 15 мл көнбағыш майын ауыҙға ҡабып, ағарғансы тоторға һәм төкөрөргә (йоторға ярамай).