Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
21 Сентябрь 2025, 16:45

ФАП яңы һулыш ала

Сураш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында ремонт эштәре дауам итә.

ФАП яңы һулыш алаФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала

Фельдшер булмау сәбәпле, Сураш ауылында һуңғы йылдарҙа ФАП бикле торҙо. Ниһайәт, быйыл йәй ауылға эшкә фельдшер  булып Рәзинә Минелбаева ҡайтты.

“Күмәк көс менән ФАП бинаһында ремонт эштәре башланды:  электр  менән йылытыу системаһы эшләнде, шамбо ҡаҙылды, бина эсенә косметик ремонт яһалды, баҙҙы нығытып, стеналарын яңырттылар, пунктты профнастил кәртәләр менән уратып тотоп алдылар. Әлеге ваҡытта “Газпром трансгаз Уфа” йәмғиәте эшселәре һыу үткәреү өсөн канау ҡаҙып, торбалар һала.

Ремонт эштәрен етеҙ темпта алып барырға ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Динис Йосоповҡа, “Газпром трансгаз Уфа” йәмғиәте эшселәренә, ремонт эштәрендә һәр төрлө ярҙам күрһәтеүсе Сураш ауылы халҡына рәхмәт”, - тине Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева.

Наилә Имаева.

 

ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
ФАП яңы һулыш ала
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас