Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
20 Сентябрь 2025, 15:00

Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты

Өфөнөң боронғо парктарының береһенә 1869-1872 йылдарҙа нигеҙ һалына, уның дөйөм майҙаны 7,5 гектар тәшкил итә.    

Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән таныштыРадий Хәбиров Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты
Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты

Парктың һуңғы масштаблы реконструкцияһы 1980 йылда үткәрелә. Ағымдағы йылдың 12 майында паркты төҙөкләндереү өсөн ябалар. Ул «Тормош өсөн Инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерәсәктәр.

Паркты ҡараған саҡта подряд ойошмаһы вәкилдәре республика Башлығына күләмле төҙөкләндереү сиктәрендә ике фонтанды реконструкциялау, яңы йәйәүлеләр һәм йүгереү юлдарын төҙөкләндереү, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһын яңыртыу, күләмле йәшелләндереү планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәлде һәм БАССР наградалары менән стелаларҙы реставрациялау ҙа үткәреләсәк. Парк төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булғанлыҡтан, уның бөтә төп элементтары һәм объекттары һаҡланасаҡ.

Был ваҡыт эсендә төҙөүселәр фонтандарҙы һәм яҡтыртыу таяуҙарын, 18 мең квадрат метрҙан ашыу брусчатканы һүткән, баҫҡыс марштарының гранит баҫҡыстары реставрацияланған, канализация торбалары, һыу менән тәьмин итеү торбалары, автополивка монтажлана, ҡоҙоҡтар аҫтына тимер-бетон ҡулсалар ҡуйыла, электрик элементтары монтажлана. Шулай уҡ башҡа эш төрҙәре лә алып барыла.

Автор:
Читайте нас