Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
20 Сентябрь 2025, 15:00

Ағиҙел аша аркалы күперҙә хәрәкәт 10 октябрҙә тергеҙелә

Бының өсөн барыһы ла тиерлек әҙер – хәҙер төҙөүселәр гидроизоляция яһай, тротуарҙарға асфальт түшәй,яҡтыртыу эштәрен башҡара, ҡоймалар ҡуя.    

Ағиҙел аша аркалы күперҙә хәрәкәт 10 октябрҙә тергеҙеләАғиҙел аша аркалы күперҙә хәрәкәт 10 октябрҙә тергеҙелә
Ағиҙел аша аркалы күперҙә хәрәкәт 10 октябрҙә тергеҙелә

- Эштәрҙе тулыһынса 2026 йылда тамамлайбыҙ, атап әйткәндә, реконструкция барышында файҙаланылған ерҙәрҙе рекультивациялау, ваҡытлыса конструкцияларҙы һүтеү бурысы тора.
Беҙ масштаблы реконструкция үткәрҙек, асылда, тағы ла бер яңы күпер төҙөнөк, ул бик ныҡ, металдан эшләнгән. Воровский урамы башында хәҙер ҡалаға инеү һәм сығыу өсөн 13 һыҙат буласаҡ.

Хәҙер башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәк. Затон күперен күптән ремонтларға ваҡыт еткәнен беләбеҙ. Интернациональ урамы башында һәм «Мега»комплексы районында Ағиҙел аша яңы күперҙәр төҙөү буйынса пландар төҙөлгән, - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Ағиҙел аша аркалы күперҙә хәрәкәт 10 октябрҙә тергеҙелә
Ағиҙел аша аркалы күперҙә хәрәкәт 10 октябрҙә тергеҙелә
Автор:
Читайте нас