

Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарға торлаҡтарын яраҡлаштырыу буйынса мөһим программаны дауам итә. Был игелекле эш Балтас районында йәшәүсе геройҙарыбыҙҙы ла ситләтеп уҙмай.
Әле күптән түгел генә махсус хәрби операция ветераны Ильмер Фәрраховҡа ярҙам күрһәтелһә, был юлы “Башҡортостан” ярҙам үҙәге директоры урынбаҫары, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов, Өфө ҡалаһынан социаль координатор, махсус хәрби операция ветераны Артем Мөхәрәмов, Балтас районы буйынса әлеге фондтың социаль координаторы Гүзәл Бухина, район хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Эльмар Ғәлимйәнов, социаль участковый Светлана Гәрәева составындағы махсус комиссия махсус хәрби операция ветерандары Илсур Хафизов һәм Радик Шакировта булды.
Комиссия эшмәкәрлеге ветерандар йәшәгән йорттарҙың торлаҡ шарттарын комплекслы баһалауҙан башланды. Ҡапҡа һәм ишек киңлектәрен үлсәү, торлаҡтың мөмкин булған модификацияларын асыҡлау – был һәр аҙым ветерандарҙың көнкүреш сикләүҙәрен кәметеүгә йүнәлтелгән. Артабан, комиссия ағзалары ветерандарҙың аныҡ ихтыяждарын иҫәпкә алып, кәрәкле йыһаздарҙы билдәләне. Бында төтөн, һыу, газ датчиктары менән “Аҡыллы йорт” системаһы урынлаштырыласаҡ, махсус эш урыны йыһазландырылып, башҡа мөһим кәрәк-яраҡтар һәм робот-пылесос биреләсәк.
Смартфонлы һәм электр приборҙары менән идара итеү өсөн колонкалы "Аҡыллы йорт" махсус хәрби операция ветерандарының тормошон еңеләйтәсәк, уның ярҙамында улар көнкүреш бурыстарын тиҙерәк үтәй аласаҡ.
Социаль координатор, махсус хәрби операция ветераны Артем Мөхәрәмов МХО ветерандарына реабилитация өсөн уңайлы кейем комплекттары тураһында һөйләне һәм уларҙың кейем үлсәмдәре алынды. Һәр яугирҙың үҙенә тура килгән кейемдең үлсәмен, төҫөн, моделен һайлау мөмкинлеге булыуы бик мөһим.
— Беҙгә күрһәтелгән ярҙам ҙур. Тормошобоҙҙо еңеләйтәсәк бындай заманса технологиялар, уңайлы кейемдәр – былар барыһы ла беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙҙе аңлап, беҙгә ярҙамға килгән һәр кемгә, бигерәк тә “Ватанды һаҡлаусылар” фондына һәм уның вәкилдәренә ысын күңелдән рәхмәт белдергем килә. Был ярҙам үҙебеҙҙе кәрәкле итеп хис итергә булыша”, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Илсур Хафизов менән Радик Шакиров.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды тарафынан бындай кәрәкле яйланмалар, йыһаздар һәм “Аҡыллы йорт” системаһы ветерандарға бушлай тапшырыла. Был махсус хәрби операцияла яраланып, һаулығына хилафлыҡ килгән һәр яугирҙың тормошон еңеләйтеүгә, уларҙың тулы хоҡуҡлы тормош алып барыуына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән ҙур эш.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының был йүнәлештәге эшмәкәрлеге, ветерандарға ҡарата дәүләт ҡайғыртыуының бер асыҡ миҫалы булып тора. Ул, яугирҙарыбыҙға яңы мөмкинлекәр асып, уларҙың йәмғиәткә интеграцияһын тиҙләтә һәм уларға яҡындары, туғандары янына ҡайтҡас, тормошто яңынан ҡороҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
— Балтас районында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының эше ныҡлы аҙымдар менән алға бара, тимәк, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам күрһәтеү дауамлы буласаҡ. Беҙ уларҙың батырлығын онотмайбыҙ һәм тормоштарын яҡшыртыу өсөн көсөбөҙҙән килгәнде эшләргә әҙер, — тип билдәләй "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Балтас районы буйынса бүлеге социаль координаторы Гүзәл Бухина.
Фирғәт Нәбиуллин.
Ғәзим Талипов фотолары.
Балтас районы.