Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
19 Сентябрь 2025, 08:05

Башҡортостанда төбәк ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Әсәй-эшҡыуар» программаһы эшләй башланы

Сара 19 сентябрға тиклем бара һәм бизнес-пландарын уңышлы яҡлаған еңеүсе 150 мең һумлыҡ грант аласаҡ.

Башҡортостанда төбәк ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Әсәй-эшҡыуар» программаһы эшләй башланыБашҡортостанда төбәк ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Әсәй-эшҡыуар» программаһы эшләй башланы
Башҡортостанда төбәк ҡатын-ҡыҙҙары өсөн «Әсәй-эшҡыуар» программаһы эшләй башланы

15 сентябрҙә Өфөлә «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”)  милли проекты сиктәрендә «Әсәй-эшҡыуар» федераль программаһының төбәк этабы старт алды. Проект бәләкәй балалы йәки декрет ялында булған, үҙ эшен асырға йәки булған эшен киңәйтергә ынтылған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

-Үҙенсәлекле "Әсәй-эшҡыуар" программаһы ҡатын-ҡыҙҙарға кәрәкле һөнәри күнекмәләрҙе үҙләштереү, уңышлы бизнес-проект булдырыу, үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.Быйыл конкурсҡа 145 ғариза бирелгән, улар араһынан 30 финалсы һайлап алынған. Уҡыуҙарында уңыштар теләйем; Улар файҙалы белем байлығына эйә булыр тип ышанам», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Тәүге көндә Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы майҙансығында ҡатнашыусылар һәм программаның партнерҙары менән осрашыу үтте.

“Әсәй-эшҡыуар” Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән федераль программа. Уның ярҙамында балалы йәки декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙар бизнеста уңышлы старт өсөн кәрәкле бөтә нәмәне ала ала: белем, фекерҙәштәрҙең ярҙамы, старт капиталы.

Сара 19 сентябрға тиклем бара һәм бизнес-пландарын уңышлы яҡлаған еңеүсе 150 мең һумлыҡ грант аласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-09-19/148-keshe-l-k-bul-an-ular-y-12-e-bala-4394378

Автор:
Читайте нас