

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Асҡын районының Әмир ауылы егете, капитан Илһам Илшат улы Фазлинуров Ҡаһараманлыҡ ордены менән бүләкләнде. Махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн юғары дәүләт наградаһын уға РФ оборона министры Андрей Белоусов тапшырған.
Капитан Фазлинуров ДНР-ҙа Котлино ҡасабаһын неонацистарҙан азат итеүҙә батырлыҡ һәм профессионализм күрһәтә. Уның тәүәккәллеге һәм шәхси состав менән оҫта эш итеүе ҡуйылған бурысты уңышлы үтәүгә булышлыҡ итә.
Беҙ геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Рәсәй яугирҙарына дан!
Әйткәндәй, ағалы-ҡустылы Фәзлинуровтар – икеһе лә хәрби. Улар кадет мәктәптәрендә уҡый. Береһе Сызрандә, икенсеһе Мәскәүҙә юғары хәрби белем ала, ғаилә традицияларын лайыҡлы дауам итәләр.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-09-16/batyr-yau-a-ynalyr-4389719