Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Сентябрь , 09:05

Сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 15-21 сентябрҙә, 17 сентябрҙә билдәләнәсәк Бөтә донъя пациент хәүефһеҙлеге көнө айҡанлы, Пациент хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлек үҙәктәрен популярлаштырыу аҙнаһы үткәреү тураһында иғлан итте.

Сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә
Сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә

Сәләмәтлек – беҙҙең иң төп байлығыбыҙ, ул беҙҙе яҡшы тойорға, маҡсатыбыҙға ирешергә, тормошҡа шатланып йәшәргә ярҙам итә. Үҙеңдең турала даими хәстәрлек күреү сирҙәрҙе иҫкәртергә, көстө һаҡларға, хәүефте ваҡытында асыҡларға булыша.

Республикабыҙҙа хәл-торошоғоҙҙо оҙаҡ йылдарға дауам итергә ярҙамлашыусы Сәләмәтлек үҙәктәре эшләй. Бында тотош организмды тикшертергә, сәләмәт тормош буйынса программалар һәм тәҡдимдәр алырға мөмкин. Төп функциялары: комплекслы тикшереү үтеү һәм организм ресурстарын баһалау; туҡланыу, физик әүҙемлек, йоҡо режимы һәм йәшәү рәүеше буйынса кәңәштәр менән танышыу; үҙең һәм балаларың өсөн шәхси сәләмәтлек программаһы алыу.

 Сәләмәтлек үҙктәре һәр кем өсөн асыҡ, бында табип йүнәлтмәһе булмағанда ла ҡабул итәсәктәр. Үҙәктә халыҡҡа  сәләмәтлек өсөн зарарлы һәм хәүефле факторҙар тураһында мәғлүмәт бирәсәктәр, организмдың функциональ һәм адаптив резервтарын баһалаясаҡтар, яуаплы ата-әсәлек принциптары менән таныштырасаҡтар. Шулай уҡ граждандарҙы, шул иҫәптән балаларҙы ла, гигиена күнекмәләренә өйрәтеү, зарарлы ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итеү ҡаралған.

Сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә, хөрмәтле пациенттар. Үҙҙәрен һау-сәләмәт итеп тойғандар ҙа килеп, үҙҙәре өсөн бик ҡиммәтле кәңәштәр аласаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-09-16/s-l-m-tlek-kt-re-e-e-k-t-4390047

Сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә
Сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә
Автор:
Читайте нас