Район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә берәү йырлай. Тауышы залға һыймай. Ҡайҙан сыға был ҡәҙәрле тауыш? Ҡайҙа йәшәй был моң? Уның йырлауын тыңлап туйып булмай. Тауышы һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ моңға эйә. Был талант — район Мәҙәниәт йорто директоры урынбаҫары, йырсы, төрлө дәрәжәләге бик күп йыр конкурстары лауреаты, дипломанты, Гран-при эйәһе Эрнест Арысланов.
Эрнест Арысланов район үҙәге Борайҙа тыуып үҫкән, 2-се гимназияны тамамлаған. Үҙенә генә хас моңло тауышлы малайҙы уҡытыусылары тиҙ күреп ала. Мәктәптә генә түгел, район, республика күләмендә уҙған йыр конкурстарында, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Билдәле, һуңынан киләсәк һөнәрен дә мәҙәниәт менән бәйләй.
Стәрлетамаҡ республика мәҙәниәт техникумын ижад коллективы белгеслеге буйынса уңышлы тамамлап, район Мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Тәүҙә уны агитбригада етәксеһе итеп билдәләйҙәр. Йәш, энергиялы, талантлы белгесте 2022 йылда татар халыҡ хоры етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала ул алған белемдәрен урынлы ҡуллана, ойоштороуҙа һәм ижадта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Эрнест Рафаил улы грамоталы, ҡыҙыҡлы итеп төҙөлгән дәрестәр үткәреүгә ҙур иғтибар бирә. Төрлө хор әҫәрҙәре ыңғай эмоциональ кәйеф менән өйрәнелә, был алымы кешеләрҙе коллективҡа тиҙ йәлеп итә. Хорҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек көндәлек тормошта бик мәшғүл кешеләр булһа ла, етәксе саҡырыу менән килеп етә. Тырыш эштең нәтижәһе лә бар: район татар халыҡ хоры районда һәм республикала билдәлелек яулай.
Күңелендә моң йәшәгән кеше үҙе йырламай тора аламы һуң? Эрнест Арысланов төрлө конкурстарҙа сығыш яһап, һәр саҡ призлы урындар, Гран-при яулай. Ҡазанда “Татар моңо” халыҡ-ара, “Оҙон көй”, “Туған тел” республика конкурстарында, Тәтешле районында йолаға әйләнеп барған Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә үткәрелгән конкурста һәм башҡа бик күптәрендә еңеүгә ирешә.
Күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеген уңышлы ойоштороуы өсөн Эрнест Рафаил улы төрлө дәрәжәләге Почет грамоталарына ла эйә була. Ә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй башлағас, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ хоры етәксеһе Эрнест Арысланов грантҡа эйә була.
— Эшемде бик яратам. Сәхнә, концерттар, йыр — йәшәү булмышым, тормошом мәғәнәһе. Хеҙмәтемде, тырышлығымды күрә белеүҙәре өсөн етәкселәргә ҙур рәхмәт. Көтмәгәндә генә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса 500 мең һумлыҡ грантҡа эйә булдым. Әлбиттә, быға бик ҡыуандым. Ҙур матди ярҙам булды ул. Өйөмдө төҙөй башланым. Йәш белгестәргә дәүләт тарафынан бындай ярҙам саралары бик кәрәк, ҙур этәргес булып тора, тип уйлайым. Күпселек хеҙмәт тармаҡтарында йәш белгестәр етмәй. Йәштәрҙе ауыл еренә, райондарға йәлеп итеү өсөн бындай гранттар бирелеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илдә тәүгеләрҙән булып ауыл мҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн грант булдырҙы. Шуға уға шәхсән рәхмәтлемен, — ти Эрнест Рафаил улы.
Әлбиттә, эшеңде күрә белеүҙәре, хеҙмәт урыныңда ундай хуплауҙар булыу йәш белгестәр өсөн яҡшы күренеш. Эрнест Арысланов та бындай ҙур ярҙам өсөн рәхмәтле. Һәм ул сәхнәлә йырлауын дауам итә, яҡташтарын моңло тауышы менән һөйөндөрә. Йырла, Эрнест! Һине тыңлауы рәхәт! Моңға һуһағандар күп арала. Тарат моңоңдо!
Фекер...
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
— “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы 2021 йылдан бирле эшләй һәм беҙ уны туҡтатмаясаҡбыҙ. Ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙамды арттырырға мөмкинселек бирә. Маҡсаты — ҙур булмаған ҡалаларға һәм ауылдарға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү, һөнәрҙәренең абруйын күтәреү һәм кадрҙар ҡытлығы проблемаһын хәл итеү. Хеҙмәт хаҡы аҙ булған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн был программа бик мөһим. Ауылға киләһең, әгәр унда төплө һәм энергиялы хеҙмәткәр — ҙур булмаған мәҙәниәт йорто директоры бар икән, унда тормош ҡайнай, сараларҙа йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа ҡатнаша. Мәҙәниәт йорттары буйынса киләсәктә лә әүҙем эш алып барырға кәрәк, улар беҙҙең төрлө хәлдә.
Илшат Әхмәтов, Рәүфә Ғәлиева исемендәге Мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы:
— Башҡортостан беренселәрҙән булып ауылдарҙа эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтә башланы. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләп килеүе лә йәштәргә ҙур ярҙам. Грант шарттарына килгәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәре был урында биш йыл эшләргә тейеш. Беҙҙең коллективта Эрнест Арысланов грант алды. Киләсәктә тағы бер нисә хеҙмәткәребеҙ бар, бәлки улар ҙа грант шарттарын үтә алыр, тигән өмөттәбеҙ.
“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы йәш белгестәргә тыуған ауылында эшләргә һәм яратҡан һөнәре менән шөғөлләнергә этәргес бирә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы сиктәрендә республика бюджетынан райондар һәм ҡалалар бюджеттарына башҡа бюджет-ара трансферттар биреү тәртибен раҫланы. Бер тапҡыр бирелә торған компенсация 2021 йылдан башлап ауыл еренә эшкә килгән һөнәри белемле мәҙәниәт учреждениелары белгестәрен һәм мәҙәниәт өлкәһендәге өҫтәмә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренә ҡаралған.
Программа башланған 2021 йылда республика бюджетынан уны ғәмәлгә ашырыуға 30 миллион һум аҡса йүнәлдерелгән. 49 ҡала һәм райондан 60 хеҙмәткәр 500-әр мең һум аҡса алған.
“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын тормошҡа ашырыуҙың өс йылында 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Был маҡсаттарға 75 миллион һум йүнәлдерелгән. 2024 йылдан башлап йыл һайын дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең 30 профессионалына, шулай уҡ Балалар музыка, сәнғәт һәм хореография мәктәптәрен индереп, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмө белем биреү учреждениеларының педагогтарына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Бер мәртәбә бирелә торған компенсация түләүе бер миллион һум тәшкил итә. 2025 йылда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы ил күләмендә эшләй башланы — Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡта Федераль Йыйылыш Юлламаһы барышында иғлан иткәйне.
Венера Арысланова.
Борай районы.