

Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
ФАП-та халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың һәйбәт эшләүе өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медицина пунктында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе бар.
Фекер:
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин:
“Яңы ФАП районыбыҙҙа асылған 22-се медицина пункты булып тора. Был ҡоро һандар ғына түгел, һәр кемгә урында квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге булғанлығын аңлата”.
Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа медицина тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Яңы заманса дауаханалар, поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә, улар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландыра.
“Медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Коронавирсуҡа бәйле, ҡайһы бер төҙөлөштө бер йылға кисектерергә тура килде. Әммә мотлаҡ бөтә вәғәҙәләрҙе лә үтәргә тырышасаҡбыҙ”, – тип яҙғайны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә. Бөгөн республика етәксеһе үҙ һүҙендә торҙо, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Был бигерәк тә ауылдарҙа яңынан-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуҙа күренә.
Әлеге ваҡытта республиканың фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре – Рәсәйҙә иң ҙурҙарының береһе. Һуңғы йылдарҙа уларҙы яңыртыу буйынса төбәктә бик ҙур эш башҡарылды. Әгәр ҙә 2010 – 2018 йылдарҙа Башҡортостанда бөтәһе 53 ФАП төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылһа, 2019 йылдан 2023 йылға тиклем уларҙың иҫәбе 350-гә яҡынлашҡан. Республикабыҙҙа яңы ФАП төҙөлөмәгән бер генә район да ҡалмағандыр. Һәр районда бер нисәшәр яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырыла.
Наилә Имаева.
https://vk.com/wall519141188_14520