Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Сентябрь 2025, 04:25

Ҡарткиҫәктәр тракторлы булды!

Ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙған мәктәп йәрминкәһе сиктәрендә район хакимиәте башлығы Динис Йосопов Ҡарткиҫәк  ауыл биләмәһе  башлығы Ринат Миңлемөхәмәтовҡа яңы МТЗ 82.1 тракторынан асҡыс тапшырҙы.

Ҡарткиҫәктәр тракторлы булды!Ҡарткиҫәктәр тракторлы булды!
Ҡарткиҫәктәр тракторлы булды!

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында (ППМИ-2025) ауыл халҡының әүҙем ҡатнашыуы, урындағы һәм республика бюджеттарының ярҙамы арҡаһында шундай ҡеүәтле һәм ышаныслы техника һатып алыу  мөмкин була.

"Был трактор — беҙҙең районда ППМИ буйынса һатып алынған һигеҙенсе трактор! Был халыҡтың тырышлығын һәм инициативаһын берләштереү көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә һәм ауыл тормошон яҡшыртырға мөмкинлек биреүенең сағыу дәлиле булып тора.  Быйыл беҙ тағы ла бер трактор һатып алырға ниәтләйбеҙ. ППМИ буйынса  Мутабаш ауыл Советы ла тракторлы буласаҡ. Берҙәм һәм тырышып эшләгәндә районыбыҙҙы үҫтереүҙә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшә алырбыҙ”, — тип ышаныс белдерҙе Динис Рәдис улы асҡыс тапшырғанда.

Наилә Имаева.

Ҡарткиҫәктәр тракторлы булды!
Ҡарткиҫәктәр тракторлы булды!
Ҡарткиҫәктәр тракторлы булды!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас