

Оло йәштәге хеҙмәт ветерандары Нәфҡиә һәм Мөхәррәм Ғилмийәровтар уҡыусыларҙың ярҙамы һәм иғтибарына бик һөйөнә.
– Беҙ бик шат һәм рәхмәтлебеҙ уҡыусыларға. Улар икенсе йыл инде беҙгә ярҙамға килә. Былтыр хатта картуфты үҙҙәре ултыртты, үҙҙәре ҡаҙып сығарҙы, – тип шатлыҡтан күҙҙәренә төйөлгән йәштәрен һөрткөләй Нәфҡиә Ғилмийәрова. – Мәктәп директоры Азат Фәйзуллин, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Беҙ етәкселәргә, ярҙам иткән балаларға бик рәхмәтлебеҙ!
Наилә Имаева.